Башҡортостан бюджеты артҡан

Башҡортостан бюджеты артҡан https://bash.news/news/101708_bashortostan_byudzhety_artan
29 июл 2019, 22:55

Башҡортостандың финанс мөмкинлектәрен нығытыу, республика һәм муниципаль берәмектәр ҡаҙнаһын тулыландырыу буйынса ведомство-ара комиссияһының сираттағы ултырышы үтте. Уға хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов рәйеслек итте.

Тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостандың тулайым төбәк бюджеты былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 9,6 процентҡа артҡан. Үҫеш темпы буйынса республика Рәсәйҙә 38-се, Волга буйы федераль округында 3 урынды биләй. Әммә өлгәшелгән ҡаҙаныштар тынысланырға тигәнде аңлатмай тип билдәләне ултырышта хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов.

Ведомство-ара комиссия ултырышында йүнселдәргә күрһәтелгән ярҙамдың һөҙөмтәлелеге тураһында фекер алышынды. Йыл һайын уның күләме 3 миллиард һумға етә. Ултырышта билдәләнеүенсә, финанс сараларҙы уңышлы ҡулланыу, ҡаҙна юғалтыуҙарын кәметеү маҡсатында эшҡыуарҙарға бүленгән аҡсаның тотонолоуын ентекләп тикшереп ҡарарға кәрәк.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Башҡортостан бюджеты артҡан

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд