Күгәрсен ауылы урта мәктәбенә нигеҙ һалыныуға етмеш йыл тулды

Күгәрсен ауылы урта мәктәбенә нигеҙ һалыныуға етмеш йыл тулды https://bash.news/news/101803_kgrsen_auyly_urta_mktben_nige_alynyua_etmesh_jyl_tuldy
30 июл 2019, 22:19

Ошо уңайҙан белем усағында тантаналы сара үтте. Шулай уҡ урындағы халыҡ «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамын да ойоштороп, шәжәрәләре менән таныштыра. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Күгәрсен ауылында урта мәктәп ойошторолоуға етмеш йыл тулһа, башланғыс белем биреү бер быуат элек ойошторолған. Уҡытыу сифаты һуғыштан һуңғы йылдарҙа бигерәк тә арта. Ағас корпустар урынында 1984 йылда кирбестән яңы бина күтәртелә. Мәктәптең юбилей тантанаһына белем усағын төрлө йылдарҙа тамамлаған синыфташтар йыйылды.

Белем усағы 2007 йылда төҙөкләндерелеп, яңы төҫ ала. Бөгөн бында 120 бала уҡый. Байрам сиктәрендә хеҙмәт ветерандары ҡунаҡтарҙы мәктәптең тарихы менән таныштырҙы. Алдан мәғлүмәт стендтары әҙерләнә, уҙған быуат әсбаптары күргәҙмәһе ойошторола. Кабинеттар фотоһүрәттәр менән байытыла. Мәктәп тупһаһы аша үткән өлкәндәр билдәләүенсә, педагогтар коллективы һәр ваҡыт көслө булған.

Күгәрсендә йәшәүселәр артабан «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамына йыйылды. Сара сиктәрендә үҙәк майҙанда урынлашҡан обеликсҡа сәскәләр һалынды, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы иҫкә алыуға бер минут тынлыҡ иғлан ителде. Яҡташтар осрашыуына сит төбәктәрҙән дә ҡунаҡтар килә. Тыуған ауылына һағынып ҡайта улар

Байрамда бай йөкмәткеле концерт программаһы әҙерләнгәйне. Сәхнә йыр-бейеүҙәр менән гөрләп торҙо. Махсус комиссия ауыл буйлап йөрөп иң матур урамдарҙы, өлгөлө йорттарҙы билдәләне. Ауыл йылдан-йыл ҙурая, иң мөһиме йәш ғаиләләр һаны арта. Үҙәк урамда заманса балалар майҙансығы булдырылыуы ла – урындағы халыҡтың тырышлығы һөҙөмтәһе.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Күгәрсен ауылы урта мәктәбенә нигеҙ һалыныуға етмеш йыл тулды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна