Башҡорт дәүләт аграр унивеситетында йәйге спорт үҙәге асылды

Башҡорт дәүләт аграр унивеситетында йәйге спорт үҙәге асылды https://bash.news/news/101805_bashort_dlt_agrar_univesitetynda_jjge_sport_ge_asyldy
30 июл 2019, 22:20

Унда дүрт майҙансыҡ эшләй башланы. Үҙәктә профессионал спортсылар, волейбол,футбол, гандбол, регби менән мауығыусылар шөғөлләнә ала. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Пляж спорты үҙәген асыу Башҡорт дәүләт аграр университетында күптән көтөлгән ваҡиға. Юғары уҡыу йорто студенттары спорт менән күпләп шөғөлләнә. Киләсәктә бөтә донъяға билдәле спортсылар тәрбиәләнер тип ышана етәкселек тә.

Спорт майҙансығы өсөн был урын юҡҡа ғына һайлап алынмаған. Беренсенән, ул ҡала үҙәгендә, икенсенән бөтә талаптарға яуап бирә. Пляж спорты менән мауығыусылар махсус һибелгән ваҡ ҡомда рәхәтләнеп спорт уйындарында үҙ көсөн һанай ала.

Искәндәр Урманцев: “Был спорт төрө Өфөлә генә 15йыл элек таралды. Үҙем шәхсән 12 йылдан ашыу шөғөлләнәм. ҡышын классик волейбол, ә йәйгеһен – пляжда уйнайым. Был майҙансыҡ буш тормаясаҡ. Был спорт майҙансығында йәштәр, урта быуын вәкилдәре, шулай уҡ ветерандар ҙа бик теләп шөғөлләнә”.

Карина Кәримова, классик волейбол буйынса 2 тапҡыр донъя чемпионы: “Шул тиклем ҙур эш башҡарылған. Беҙгә,профессионалдарға бында шөғөлләнеү мөмкинлеге биргән аграр униветситетына рәхмәтлебеҙ”.

Өфө үҙәгендә пляж спортын үҫтереү аграр университеты өсөн генә түгел, ә тотош республика өсөн әһәмиәтле. Пляж спорты үҙәген асыу тантанаһынан һуң Регби спорты федерацияһы уйынсыларының күрһәтмә сығыштары ла үтте. Унда спортсылар яҡшы уйындан тыш,тамашасыларға ҡағиҙәләр хаҡында ла аңлатып үтте. Пляж волейболында ҡатнаш командалар араһында бөтәһе 150 уйынсы йәлеп ителде.

Автор: Гүзәл Борханова.

Башҡорт дәүләт аграр унивеситетында йәйге спорт үҙәге асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество