Баймаҡ етәкселегенең 160 осраҡ буйынса хоҡуҡ боҙоуы асыҡланған

Баймаҡ етәкселегенең 160 осраҡ буйынса хоҡуҡ боҙоуы асыҡланған https://bash.news/news/101811_bajma_etkselegene_160_osra_bujynsa_xou_boouy_asylanan
30 июл 2019, 22:44

Радий Хәбиров Контроль иҫәп палатаһы асыҡлаған тәртип боҙоуҙарҙы иғлан итте. Аудиторҙар тикшереүенен һуң ни өсөн Баймаҡ районының элекке етәкселеге власҡа йәбешеп ятҡанын аңланым, тигән республика етәксеһе социаль селтәрҙә.

Тикшереүҙәр районда 160 осраҡ буйынса хоҡуҡ боҙоу барлығын асыҡлаған. Был тәртипһеҙлектәрҙең дөйөм күләме 5 миллиард һум менән баһалана. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә һөҙөмтәһеҙ аҡса ҡулланыу 7 миллиард һумға еткән. Артабан аудиторҙар асыҡлаған тәртипһеҙлектәр хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырыласаҡ.

Автор: Айнур Кәбиров.

Баймаҡ етәкселегенең 160 осраҡ буйынса хоҡуҡ боҙоуы асыҡланған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество