Ишембайҙа подъездарҙы төҙөкләндереү уңышлы атҡарыла

Ишембайҙа подъездарҙы төҙөкләндереү уңышлы атҡарыла https://bash.news/news/101813_ishembaja_podezdary_tklndere_uyshly_ataryla

Ишембай ҡалаһында подъездарҙы төҙөкләндереү республика программаһында 54 күп фатирлы йорт ҡатнаша. Ремонт эштәре 25 августа тамамланырға тейеш.

Әлегә подрядсы ойошма тарафынан Губкин урамы, 6-сы йорт подъездары файҙаланыуға тапшырылған. Милекселәр теләге менән, стеналар тигеҙләнә, тәҙрәләр, ишектәр, почта йәшниктәре яңыртыла. Финанслау күләме 320 мең һум тәшкил итә. Программала ҡатнашыу өсөн фатир хужалары башта дөйөм йыйылыш үткәрә, артабан протокол төҙөп, заявканы ҡала хакимиәтенә ебәрә.

Рәмил Рәжәпов, Губкин урамы, 6-сы йортта йәшәүсе: “Ремонт эштәре менән ҡәнәғәтмен, бик матур булды, ҡәнәғәтбеҙ, подъезға инеү менән күңел күтәрелә.”

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Ишембайҙа подъездарҙы төҙөкләндереү уңышлы атҡарыла

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна