Һамар рәссамы Өфө йорттарын әкиәт һарайына әйләндерә

Һамар рәссамы Өфө йорттарын әкиәт һарайына әйләндерә https://bash.news/news/101815_amar_rssamy_f_jorttaryn_kit_arajyna_jlnder

Һамар рәссамы баш ҡалалағы һорғолт йорттарҙы сағыу төҫлө әкиәт һарайҙарына әйләндерә. Ил буйынса ике йөҙҙән ашыу бинаны тышҡы һәм эске яҡтан биҙәкләгән Андрей Миляхов Аврора урамындағы ихаталарҙы тәртипкә килтерә башланы. Рәсем төшөрөүгә ул үҫеп килгән быуынды ла йәлеп иткән.

Һамар өлкәһенән Андрей Миляхов ун бишенсе йыл инде Рәсәй буйлап сәйәхәт итә, ошо ваҡыт эсендә рәссам ҡырҡҡа яҡын ҡала ихаталарын төҙөкләндереүгә булышлыҡ иткән. Ижади процесҡа - күп ҡатлы йортто тышҡы яҡтан биҙәкләүгә ул үҫеп килгән быуынды ла йәлеп итә. Маҡсаты – малай-ҡыҙҙарҙың һәләттәрен асыу, мәҙәниәткә өйрәтеү.

Андрей Миляхов, рәссам: “Пейзаждарҙың тематикаһы алдан урындағы халыҡ менән килешелә. Ниндәй генә ҡалала булмайым, эшкә балалар һәм үҫмерҙәрҙе йәлеп итәм. Һоро стеналарҙа сағыу төҫтәр менән мөғжизә тыуҙырабыҙ”.

Андрей Миляхов быға тиклем Һамар циркында эшләгән. Үҙен ирекле рәссам тип һанай ул. Тиҙҙән Тольятти, Пермьға юлланасаҡ. Ниәте изге – буяуҙар менән балаларҙың донъяға ҡарашын үҙгәртеү. Әлегә рәссам Өфөнөң Аврора урамында урынлашҡан дүрт ихатаны гөл-сәскә, башҡорт орнаменттары менән биҙәгән. Һәр подъезд ишегендә «Өйгә рәхим итегеҙ» тигән яҙыу. Шулай уҡ бетон стенала Йөрәктауҙы ла күрергә мөмкин.

Светлана Минһажева, Өфөлә йәшәүсе: “Мин үҙем Ишембай районынан, шихандарҙы күреп бик күңелле булып китте. Күңелгә яҡын рәсемдәр. Башҡортостан тәбиғәте матур, уның кеүек өйҙәрҙе биҙәһәк, бөтөн ҡала йәмләнер ине”.

Рәссам асфальт юлда автоһәүәҫкәрҙәргә иҫкәртеүҙәр ҙә ҡалдыра. Парковка урындарын билдәләй. Әйткәндәй, ижади эштәр торлаҡ-файҙаланыу участкаһы башланғысы буйынса барлыҡҡа килә. Тиҙҙән был ихаталар республика конкурсттарында ҡатнашыр тип көтөлә.

Динис Бүләков Өфөнөң 2-се торлаҡ-файҙаланыу участкаһы хеҙмәткәре: “Килешеү төҙөнөк ошо йорттарҙы матур итеп биҙәргә. Башҡортостандың матур ерҙәрен һүрәт итеп төшөрөргә. Йорттарҙың тышын да биҙәй, подъездарҙы ла тәртипкә килтерә”.

Йорттар тышҡы яҡтан яңыса төҫ алды, тимәк, эске биҙәкләү эштәренә лә сират етте. Подъездарҙа ремонт бөгөндән үк башланды. Андрей Миляхов стеналарҙа әкиәт геройҙарын, тәбиғәт күренештәрен төшөрөргә йыйына.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Һамар рәссамы Өфө йорттарын әкиәт һарайына әйләндерә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа