Радий Хәбиров Башҡортостан Контроль-иҫәп палатаһы асыҡлаған закон боҙоуҙарға фекерен белдерҙе

Радий Хәбиров Башҡортостан Контроль-иҫәп палатаһы асыҡлаған закон боҙоуҙарға фекерен белдерҙе https://bash.news/news/101832_radij_xbirov_bashortostan_kontrolip_palatay_asylaan_zakon_boouara_fekeren_beldere
30 июл 2019, 19:00

Был турала Республика етәксеһе социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙған. Бөгөн Өфөлә Контроль-иҫәп палатаһы коллегияһы ултырышы үтте. “Коллегияла ҡатнашҡан хоҡуҡ һаҡлау органдарына енәйәт күренеше билдәләре булған 160 осраҡ буйынса мәғлүмәт еткерелде”, - тигән Радий Хәбиров. Мәҫәлән, Баймаҡ районында үткәрелгән тикшеренеүҙәргә бәйле 5 миллиард һумлыҡ закон боҙоу осраҡтары асыҡланған.

Радий Хәбиров Башҡортостан Контроль-иҫәп палатаһы асыҡлаған закон боҙоуҙарға фекерен белдерҙе
Радий Хәбиров Башҡортостан Контроль-иҫәп палатаһы асыҡлаған закон боҙоуҙарға фекерен белдерҙе

Торлаҡ төҙөү фонды эшмәкәрлеге лә аудиторҙар иғтибарын йәлеп иткән. Ер һәм контракт ҡануниәтен боҙоу, шулай уҡ мөлкәт мөнәсәбәттәре һәм төҙөлөшкә бәйле һөҙөмтәһеҙ сығымдар арҡаһында дәүләткә 7 миллиард һумлыҡ зыян килтерелгән. “Вәкәләтле органдар был хәлде лә иғтибарлы өйрәнәсәк”, - тине Радий Хәбиров.

Төбәк операторына килгәндә, бында подрядсы ойошмаларға юғары хаҡҡа контрактар тапшырыу, шулай уҡ эштәрҙе үтәү мөҙҙәттен боҙоу һәм аванс биреүҙә дәғүәләр теркәлгән. “Ваҡытында эштең айышына төшөндөк. Подрядтар ҡайтанан ҡарала, алдан билдәләнгән ваҡытҡа өлгөрәбеҙ. Уның буйынса ла тейешле баһа бирелә. Был турала өҫтәмә хәбәр итәксәмен”, - тигән Радий Хәбиров.

Юлдаш
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа