Ауыл мәктәптәрендә стоматология кабинеттары асыласаҡ

Ауыл мәктәптәрендә стоматология кабинеттары асыласаҡ https://bash.news/news/101901_auyl_mktptrend_stomatologiya_kabinettary_asylasa
31 июл 2019, 22:15

Бөгөн Хөкүмәт ултырышында Радий Хәбиров мәктәптәрҙә теш табибы бүлмәләре булдырырға ҡушты. Шулай уҡ төбәк етәксеһе күп функциялы үҙәктәрҙең потенциалын киңәйтеүҙе ҡарарға кәрәк тине. Хөкүмәт ултырышында төбәктең тәүге ярты йыллыҡтағы социаль-иҡтисади үҫешенә баһа бирелде һәм бурыстар ҡуйылды. БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.

Тештәрҙе бәләкәйҙән һаҡларға. Өфөлә һәм ҙур ҡалаларҙа балалар стоматологияһы бар, ә райондарҙа теш табибына эләгеү проблема. Радий Хәбиров һәр муниципалитеттың бер мәктәбендә стоматология кабинеты асырға ҡушты. Бүлмәләр заманса ҡорамалдар менән яҡшы йыһазланған булырға тейеш.

Балалар һаулығын һаҡлауға иғтибар арта, тик был кабинеттарға йөрөүсе сабыйҙар һаны ғына киләсәктә аҙыраҡ буласаҡ. Демография күрһәткесе йылдан-йыл кәмей. Биш айҙа 17 мең 400 бала донъяға килгән, былтырғынан 10 процентҡа аҙыраҡ. Шуға ҡарамаҫтан, балалар баҡсаларына ихтыяж һаман ҙур ҡала.

Ленара Иванова Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы: “Яслегә сират мәсьәләһе киҫкен ҡала. Бала ҡараусы профессияһына уҡытыу, сертификациялау пилот проекты ярҙам буласаҡ. Шулай уҡ өс йәшкәсә сабыйҙарға бала ҡарауға компенсация түләү был проекттың үҫешенә килтерәсәк”.

Балаларға иң сифатлы ныҡлы аяҡ кейеме Башҡортостанда тегелә. Тик уны тегеүсе Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы хеҙмәткәрҙәре айына 13 мең һумға эшләй. Ә Хөкүмәт ултырышында килтерелгән отчетҡа ҡарағанда беҙҙә уртаса эш хаҡы тәүге биш айҙа 34 мең 7 йөҙ һум тәшкил иткән. Радий Фәрит улы был йәһәттә сара күрергә ҡушты.

Ауыл хужалығында эштәр яҡшы. Фермер хужалыҡтары һәм кооперацияларға ярҙам үҙ емештәрен бирә. Тулайым продукция үҫеше күҙәтелә. Айырыуса Бүздәк, Асҡын, Әбйәлил, Шишмә, Учалы райондары уңышлы һөҙөмтәгә ирешкән.

Илшат Тажетдинов Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы: “Былтырғы апрель айынан үҫемлекселек һәм малсылыҡта һынылышлы алға китеү күҙәтелә. Продукция етештереү 3,5 процентҡа артты. Республикала 265 ауыл хужалығы кооперативы бар, быйыл тағы 55-кә артты. Уларға дәүләт гранттары бүлеү яҡшы күрһәткескә килтерәӨ.

Һәр тармаҡта әүҙемлек күҙәтелә. Республика етәксеһе тәү сиратта халыҡтың йәшәү кшарттарын яҡшыртыуға ҡоролған программаларға өҫтөнлөк бирә. Башҡортостан 23 федераль программала ҡатнаша, Милли проекттар – бөтәһе лә уңышлы һөҙөмтә бирә.

Төҙөк ихаталар, балалар майҙансыҡтары. Башҡортостанда социаль өлкәгә ҙур иғтибар бүленә һәм тәүге ярты йыллыҡта федераль ҡаҙнана килгән аҡсаларҙың 53 проценты тап ошо тармаҡҡа йүнәлтелгән. Ә иҡтисадҡа – 0,3 процент ҡына. Радий Хәбиров был тәңгәлдә үлсәмдәрҙе ҡарарға, киләсәккә иҡтисад үҫеше стратегияһын булдырырға ҡушты.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Ауыл мәктәптәрендә стоматология кабинеттары асыласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа