Стәрлетамаҡта яңы ядро медицина үҙәге барлыҡҡа киләсәк

Стәрлетамаҡта яңы ядро медицина үҙәге барлыҡҡа киләсәк https://bash.news/news/101902_strletamata_yay_yadro_medicina_ge_barlya_kilsk
31 июл 2019, 22:16

Был хаҡта бөгөн ПЭТ-технолоджи клиникаһына барғанда Радий Хәбиров хәбәр итте. Бында яман шеш һәм йөрәк -ҡан тамырҙары сирҙәрен тикшереү буйынса сканер файҙаланыуға тапшырылды. Был сканер пациенттарҙы ике тапҡырға күберәк ҡабул итеү мөмкинлеге бирәсәк. Башҡортостанда диагностикалау һәм дауалауҙа ниндәй ысулдар ҡулланылыуы хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова һөйләй.

Был аппаратты медицина белгестәре кибер бысаҡ тип атай. Ул баш мейеһенең кәрәкле урынына башҡа һау туҡымаларҙы зарарламай әмәлиәт яһай.Әлегә илдең ун өс дауаханаһында ғына ошондай уникаль техника эшләй. Бындай система Өфөлә биш йыл эсендә 1700 кеше дауалау мөмкиелеге биргән.

Радий Хәбиров бөгөн Өфөлә ядро медицина үҙәгендә булды. Башҡортостан етәксеһен, республика халҡына социаль гарантиялар буйынса онкологик сирҙәрҙе дауалау һәм диагностикалауға квоталар етәме тигән һорау ҡыҙыҡһындырҙы. Пациенттар ҙа күрһәтелгән медицина хеҙмәттәренән ҡәнәғәт икәнлеген раҫланы.

Илүзә Мансурова: “Бында ҡорамалдар бик яҡшы, өсөнсөгә килеп дауаланам, айырыуса бөгөн табибтарҙың пациенттарға яҡшы мөнөсөбәте аптыратты”.

Илүзә Мансурова бөгөн иң яңы ПЭТ-сканерҙа тикшереү үтте. Сканер ошо көндәрҙә генә файҙаланыуға тапшырылған. Уның ярҙамында тиҙ арала донъя медицинаһында ҡулланылған заманса тикшереүҙәрҙе башҡарырға мөмкин. Үҙәктә шулай уҡ ауырыуҙарҙы сканер аша тикшереү өсөн махсус препараттар етештереү эше лә көйләнгән. Пэт үҙәктә баш мейеһен, кәүҙәне,һөт биҙҙәрен тикшереүгә өс төрлө радиафарм препараттар эшләнелә.

Өфөнән был дарыуҙар Рәсәйҙең бер нисә төбәгенә лә ебәрелә. Логистика хеҙмәте медикаменттарҙы автомобиль һәм һауа транспорты ярҙамында оҙата.

Сергей Нотов, медицина ҡорамалдары етештереү ойошмаһы етәксеһе: “Эксперт класлы был үҙәктә беҙ республика менән килешеү нигеҙендә яман шеште дауалауҙа аратабан да хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләйбеҙ”.

Инвесторҙар һәм республика араһында хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүгә Сочи ҡалаһында иҡтисади форум барышында февралдә ҡул ҡуйылған. Маҡсаты – яман шеш диагнозы булған пациенттарға донъя кимәлендәге медицина ярҙамын күрһәтеү.

Бынан тыш Өфө онкология диспансеры эргәһендә ҡунаҡхана тибында ятаҡ төҙөү ҙә ҡаралған. Тикшереү үтергә килгән һәр кешегә ятаҡтан урын бүленәсәк

Автор: Гүзәл Борханова.

Стәрлетамаҡта яңы ядро медицина үҙәге барлыҡҡа киләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество