Өфөлә авария хәлендәге йорттан тағы ла хөртөрәгенә күсергәндәр

Өфөлә авария хәлендәге йорттан тағы ла хөртөрәгенә күсергәндәр https://bash.news/news/101912_fl_avariya_xlendge_jorttan_tay_la_xrtrgen_ksergndr

Өфө районы Подымалово ауылында йәшәгән һигеҙ ғаиләгә социаль килешеү нигеҙендә авариялы тип танылған торлаҡтары урынына яңы фатирҙар бүленә. "Әммә был фатирҙарҙа йәшәү мөмкин түгел, төҙөүсе ойошма йорттарҙы нисек етте шулай тапшырған, санитар талаптарға ла яуап бирмәй” ти фатир хужалары. Подымалово ауылында социаль торлаҡ менән бәйле мәсьәләне БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова асыҡланы.

Нина Шобик 84 йәшлек атаһына бирелгән был йорттоң ишеген айырыуса һаҡлыҡ менән генә асып инә. Күп фатирлы йорттан авариялы торлаҡ урынына тәҡдим ителгәне тағы ла сифатһыҙыраҡ булып сыҡҡан.

Нина Шобик: “Асҡыстарҙы ҡулға алып, был торлаҡҡа инеү менән иҙәндәге ошо соҡорҙарға тап булдыҡ. Башта туғандарға ҡртымға биреп торҙоҡ, өлкән йәштәге атайым икенсе ҡатта йәшәй алмай. Унда бөтөнләй тын алып булмай”.

Социаль торлаҡ SIP панелдән ҡоролған. Әммә нигеҙен ҡорғанда уҡ етешһеҙлектәргә юл ҡуйылған. Стеналар ҙа бик насар нығытылған. Улар аша күршеләрҙең нисек тын алғаны ла ишетелә, ти, бында йәшәүселәр.

“Йәшәү өсөн тәғәйенләнгән 9 квадрат метрлы бүлмә сарҙаҡта урынлашҡан. Күп фатирлы йорт тип һаналған торлаҡта иҙәндәр бәүелеп тора. Йорт хужабикәһе хатта көслө ел иҫкәндә ленолеумды ла күтәрә, тип зарлана”.

Рәсих Мозафаров йортонда ла төҙөүселәр тарафынан үтәлмәгән етешһеҙлектәр бихисап. Стеналар ишелергә тора, иҙән ҡабарып сыҡҡан, тәҙрәләр көс-хәл менән генә ябыла

Рәзилә Ғәзиева, юрист: “Был торлаҡта йәшәрлек түгел, нигеҙенән алып түбәһенә тиклем етешһеҙлектәр бик күп”.

Башҡортостандың торлаҡ төҙөлөшө фондында был йорттарҙы төҙөгән ойошма юҡ, шуға ла уға бәйле бөтә ялыуҙар беҙгә килә. Был йорттарҙа етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса эш башҡарыла, тигән яуап алдыҡ.

Денис Чепорный, Башҡортостан торлаҡ фондының гарантия файҙаланыу секторы мөдире: “Экспертиза үткәрелгәндән һуң, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса проект эшләнде. әлеге ваҡытта ике йортта капиталь ремонт үткәрелде, ҡалған икеһендә эштәр бара, Алты йортта йыл аҙағына ремонт эштәре тамамланырға тейеш”.

Өфө районы Подымалово ауылында йәшәгән һигеҙ ғаиләнең дәғүәләре яуаплы органдар тарафынан контролгә алынған. Беҙ социаль торлаҡта етешһеҙлектәр нисек бөтөрөлөүен күҙәтеп барасаҡбыҙ.

Автор: Гүзәл Борханова.

Өфөлә авария хәлендәге йорттан тағы ла хөртөрәгенә күсергәндәр

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа