Оло юбилейға Башҡортостанда быйыл 10 дауахана төҙөлә

Оло юбилейға Башҡортостанда быйыл 10 дауахана төҙөлә https://bash.news/news/101979_olo_yubileja_bashortostanda_byjyl_10_dauaxana_tl
02 авг 2019, 08:06

Был турала Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итәләр. Өфөлә Республика кардиология үҙәгенең хирургия бүлеге төҙөлә башланы. Уны 2021 йылда асыу планлаштырыла. Баш ҡалала Республика онкология клиник диспансеры янында 9 ҡатлы корпуста ла төҙөлөш бара. Яңы объект 2020 йылда сафҡа инергә тейеш.

Оло юбилейға Башҡортостанда быйыл 10 дауахана төҙөлә
Оло юбилейға Башҡортостанда быйыл 10 дауахана төҙөлә

Әле Туймазы, Дүртөйлө һәм Бөрө ҡалаларында – балалар поликлиникаһы, Салауат ҡалаһында – күп функциялы дауахана, Учалыла һәм Благовар районы үҙәге Языков ауылында – дауаханаға яңы бүлектәр төҙөлә, Октябрьскийҙа хирургия корпусы реконструкциялана. Был төҙөлөштәр “Башҡортостан республикаһының 100 йыллығына – 100 объект” программаһына индерелгән.

Юлдаш
Новости партнеров
Банер уфимская волна