Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биш миллиард һум аласаҡ

Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биш миллиард һум аласаҡ https://bash.news/news/102012_ishembaj_m_strletama_rajondary_bish_milliard_um_alasa
01 авг 2019, 23:42

Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында махсус иҡтисади зона инфраструктураһы үҫешенә биш миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Был турала Республика йортонда ойошторолған инвестиция сәғәтендә билдәләнде. Яңы сәнәғәт предприятиелары 462 гектар майҙанда урынлашасаҡ.

Биләмәгә ете резидент килер тип көтөлә, дөйөм инвестициялар күләме – 24 миллиард һум. Был 1226 яңы эш урыны булдырырға ярҙам итәсәк. Ойошмаларға һалым буйынса ташламалар ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта алдағы ун йылда федераль, төбәк, муниципаль ҡаҙна илле өс миллиард һумға тулыланыр тип күҙаллана. Инвестиция сәғәтендә дүрт проект хупланды, уларҙың береһенә ярашлы махсус иҡтисади зонала алюмин корпуслы яҡтыртыу ҡорамалдары етештереләсәк. 5 августа цехты техник асыу тантанаһы үтә.

Рауил Зөбәйҙуллин, предприятиеның финанс бүлеге етәксеһе: “Производствоны тағы ла киңәйтеү ҡаралған. Иҡтисади зона өсөн махсус рәүештә яңы ҡорамалдар һатып алынасаҡ. Алюмин корпустар ҡойоу менән шөғөлләнәсәкбеҙ. Продукцияға ихтыяж юғары, бөгөндән үк Һамар һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан заказдар килә”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биш миллиард һум аласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна