Учалы районының Баҡшай яланында«Ай,Уралым, Уралым» этнофестивале үтте

Учалы районының Баҡшай яланында«Ай,Уралым, Уралым» этнофестивале үтте https://bash.news/news/102020_uchaly_rajonyny_bashaj_yalanyndaajuralym_uralym_etnofestivale_tte
01 авг 2019, 23:50

Наурыҙ ауылы эргәһендә «Мәргән уҡсы» турниры быйыл киң ҡолас менән ойошторолдо. Мәҙәниәт министрлығы гранты ярҙамында «Нәфис һүҙ» конкурсы ла сараға айырым биҙәк өҫтәне. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Учалылар өсөн Баҡшай яланы боронғо башҡорт асылына ҡайта торған изге урын. Бында ярышырға, мәргәнлеген, һүҙгә маһирлығын, ҡул эштәренә оҫталығын күрһәтергә теләүселәргә артыҡ реклама кәрәкмәй. Һәр кем был хозур ергә күңел саҡырыуы, йөрәк ҡушыуы буйынса килгән. Этнофестиваль Учалыларҙың 2020 йылда үтәсәк Фольклориадаға әҙерлек кимәлен дә күрһәтте.

Зөһрә Исмәғилева, «Ағиҙел» дәүләт унитар предприятеһы директоры: “2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына бик күп ҡунаҡтар килеүе көтәлә. Учалы ере лә ҡунаҡтарҙы ихлас ҡабул итергә әҙер. Иң мөһиме, бында милли-мәҙәни традициялар һаҡланған”.

Өс көн дауамында барған уғатар ярышында етмеш мертға, шәхси һәм команда беренселектәренә ярыштар үтте. Һөҙөмтәлә, Учалының «Ирәндек» командаһы уғатарҙары Бөрйән командаһын еңеп, иң яҡшыһы тип танылды.

Рөстәм Теләкбирҙин: “Халыҡ-ара, донъя кимәлендә ярыштарҙа сығыш яһағаныбыҙ бар, был турнирҙа бөтәһе лә оҡшай, һәр ваҡыт еңеүсе булғыбыҙ килә”.

Турнирҙа һикһән уғатар ҡатнашһа, уларҙың 28 гүзәл зат.Йәш уғатарҙар ҙа мәргәнлектә өлкәндәрҙән ҡалышманы.

Илгизәр Үҙәнбаев: “Мине уҡтан атырға атайым өйрәтә. Был ярышта беренсе тапҡыр, ярты йыл элек кенә шөғөлләнә башланым”.

Карина Дәүләтова: “Уҡтан атыу кәүҙәне төҙ тоторға ярҙам итә, күреү һәләтенә лә ыңғай йоғонтоһо бар. Мин күп мәрәй йыйып, беренселекте алырмын, тип уйлайым”.

Этнофестиваль сиктәрендә милли кейем тегеү оҫталары ла ярышты. Учалы яҙыусылар союзы ярҙамы менән мәҙәниәт министрлығы грантына нәфис һүҙ һөйләү оҫталары конкурсы финалы иһә сәсән телле конкурсанттарҙы асыҡланы.

Этнофестиваль еңеүселәре сарала мул буләктәр алып ҡыуанды.

Автор: Гүзәл Борханова.

Учалы районының Баҡшай яланында«Ай,Уралым, Уралым» этнофестивале үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество