Райондарҙа “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә

Райондарҙа “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә https://bash.news/news/102055_rajondara_slmt_respublika_slmt_tbk_akciyay_dauam_it
02 авг 2019, 12:17

Күсмә стоматология модуле әле Баймаҡ районы Темәс ауылында туҡтаған. Өфөнөң теш табиптары аҙна дауамында халыҡты ҡабул итә. Модулдә уңайлы шарттар булдырылған, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тейешле ҡорамалдар һәм препараттар бар.

Райондарҙа “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә
Райондарҙа “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә

Темәс участка дауаханаһы белгесе Раян Ҡасҡынбаев әйтеүенсә, халыҡ теш табиптарына күпләп килә. Медицина ярҙамы бушлай күрһәтелә.

Башҡортостанда һәр шаршамбы һәм шәмбе Берҙәм диспансер тикшерелеүе көнө үткәрелә.

Юлдаш
Новости партнеров
Минземимущество