Өфөлә хоспис барлыҡҡа киләсәк

Өфөлә хоспис барлыҡҡа киләсәк https://bash.news/news/102099_fl_xospis_barlya_kilsk
02 авг 2019, 22:21

Медицина-социаль учреждениеһын киләһе йыл төҙөү күҙаллана. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров «Ышаныс» хоспистарға ярҙам итеү хәйриә фонды ойоштороусыһы Анна Федермессер менән осрашыуҙа белдерҙе. Унда шулай уҡ буласаҡ хосписты урынлаштырыу, йыһазландырыу үҙенсәлектәре, республикала паллиатив медицинаны үҫтереү мөмкинлектәре лә өйрәнелде.

Башҡортостандағы берҙән бер хоспис. Әбйәлил районының Салауат ауылында урынлашҡан медицина-социаль учреждение ике меңенсе йылдарҙың башында төҙөлгән. Ошо ваҡыт эсендә ул байтаҡ кешеләр өсөн йәшәү өмөтө, йорт йылыһы, кеше иғтибары, наҙ бүләк иткән. Ләкин хоспистың үҙенә генә иғтибар етешмәй. Бар бәлә уның аныҡ ҡына ведомствоға беркетелмәүендә.

Ә бит хосписҡа ауырып ҡайтыу өсөн түгел, киреһенсә, күңел йылыһы , йәшәү дәрте , дауаланмаҫ сирҙән дә арыныу өмөтө алып ҡайтырға баралар. Шулай ҙа хосписты төҙөкләндереүгә ышаныс та бар. Әбйәлил үҙәк район дауаханаһының паллиатив бүлеге булараҡ ҡалған учреждениеға ошо йылда ремонт вәғәҙә ителгән.

Әбйәлил районындағы учреждение тотош илдә ауыл ерендә төҙөлгән тәүге хоспис. Киләһе йыл баш ҡалала тағы бер хоспис барлыҡҡа киләсәк. Әйткәндәй, ул да медицина-социаль учреждениеһы булараҡ төҙөлгән икенсе бина буласаҡ. Ҡалған учреждениелар ҡуртымға алынған йорттарҙа урынлашҡан.

Радий Хәбиров буласаҡ хосписты төҙөү үҙенсәлектәрен Паллиатив ярҙам үҙәге директоры, «Ышаныс» хоспистарға ярҙам итеү хәйриә фонды ойоштороусыһы Анна Федермессер менән осрашыуҙа барланы.

Анна Федермессер, «Ышаныс» хоспистарға ярҙам итеү хәйриә фондын ойоштороусы, паллиатив ярҙам үҙәге директоры: “Хоспис ҡайҙалыр күренмәгән ерҙә түгел, киреһенсә, ҡала уртаһында булырға тейеш. Берҙән пациенттар үҙҙәрен йәмғиәттән алыҫлашҡан итеп тоймауы шарт, икенсенән уларҙың туғандары , хәйриәлек менән шөғөлләнеүселәр өсөн ул күренеп торорға, уңайлы урында булырға тейеш. Шул саҡта ғына хоспистарҙың һөҙөмтәһе була. Унда кешеләр һуңғы көндәрен уҙғарырға бара тип уйлау ҙа яңылыш. Хоспис ауыр сирлеләргә йорт йылыһы, өмөт, йәшәү дәрте бирергә тейеш”.

Әле республикала 6 йөҙҙән ашыу бала һәм 25 мең тирәһе оло йәштәгеләр паллиатив ярҙамға мохтаж. Буласаҡ хоспис 50 урынға иҫәпләнә һәм бынан тыш йорттарға йөрөү хеҙмәте ойоштороласаҡ. Һандар айырмаһы бик ҙур, әммә был ниәттәр эштең башы ғына.

Автор: А.Кәбиров.

Өфөлә хоспис барлыҡҡа киләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа