Белоретта яңы тыуған сабыйҙарға абилитация ярҙамы күрһәтелә

Белоретта яңы тыуған сабыйҙарға абилитация ярҙамы күрһәтелә https://bash.news/news/102107_beloretta_yay_tyuan_sabyjara_abilitaciya_yaramy_krtel
02 авг 2019, 22:37

Белорет районы балалар поликлиникаһында яңы тыуған сабыйҙарға абилитация ярҙамы күрһәтелә. Әлегә тиклем бындай үҙәк Өфөлә генә эшләп килде. Яңы асылған абилитация үҙәгендә Каринэ Хәбирова ла булды. Кескәйҙәргә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн табиптар менән кәңәшмә ойошторолдо.

Белорет ҡалаһында йәшәүсе Рәхимовтарҙың ҡыҙы етлекмәй тыуған. Ике йәшлек Ләйсәндең үҫеше тотҡарлана башлағас, ғаилә белгестәргә мөрәжәғәт итә. Уларға Белорет балалар поликлиникаһында асылған абилитация үҙәгенә йөрөргә тәҡдим була. Дауалау курстарынан һуң баланың сәләмәтлегендә ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр күҙәтелә.

Нәзифә Рәхимова: “Белгестәр үҙ балаһына ҡараған мөнәсәбәт менән ҡарай. Уйынсыҡтарын ҡулына ала башланы, элек тота алмай ине. Йылмая, имгәкләп йөрөргә ынтыла”.

Белоретта абилитация үҙәге быйыл июнь айында асылған. Ойошма эшмәкәрлеге менән Каринэ Хәбирова танышты. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә төбәктә абилитация яңыраҡ барлыҡҡа килгән система. Ул ваҡытынан алда донъяға килгән балаларҙың сәләмәтлегендәге тайпылыштарҙы кәметеүгә иҫәпләнгән. Ике аҙналыҡ курс массаж, физкультура, йөҙөү һәм физик дауалауҙы үҙ эсенә ала.

Каринэ Хәбирова: “Абилитацияла ҡулланылған методикалар медицинала бар, һәм ҡулланыла. Әммә бер системаға һалынмаған. Был комплекслы ярҙам бер – ике айлыҡ яңы тыуған бәпестәрҙә патология табыу һәм уны ваҡытында дауалауға ҡайтып ҡала. Һөҙөмтәлә сабыйҙы ғәриплектән арлап ҡалырға мөмкин”.

Өфөлә абилитация үҙәге күптән эшләп килә. Уның етәксеһе Фәйрүзә Латипова райондарҙа эшләйәсәк белгестәргә методик ярҙам күрһәтә.

Сабыйын дауаларға республика төбәктәренән килгән ғаиләләргә баш ҡалаға килергә, йәшәү урыны эҙләргә тура килә.

Киләсәктә абилитация үҙәктәрен Нефтекама, Күмертау ҡалалары балалар поликлиникаларында асыу ҡаралған. әле ремонт эштәре бара, белгестәр уҡыу үткән.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Белоретта яңы тыуған сабыйҙарға абилитация ярҙамы күрһәтелә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд