Йылайыр районында еңел автомобиль бәрҙергән 4 йәшлек Юлиана Урмантаеваға ярҙам кәрәк

Йылайыр районында еңел автомобиль бәрҙергән 4 йәшлек Юлиана Урмантаеваға ярҙам кәрәк https://bash.news/news/102108_jylajyr_rajonynda_eel_avtomobil_brergn_4_jshlek_yuliana_urmantaevaa_yaram_krk
02 авг 2019, 22:38

Йылайыр үҙәгендә йәшәгән 4 йәшлек Юлиана Урмантаеваға ярҙам кәрәк. 2 июнь кисендә ҡыҙҙы еңел автомобиль бәрҙергән. Бала ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға эләккән. Әлеге ул ҡатмаралы операцияларҙан һуң республика балалар клиник дауаханаһында реабилитация курсы үтә. Сабый ишле ғаиләнән. Уның яҡындары ауыр тормош хәлендә. Тулыраҡ киләһе яҙмала

Юлиананың яурын һөйәге һынған. Сабый сараһыҙҙан һул ҡулы менән һүрәт төшөрә, кейемдәрен кейә. Һынған урындың икенсе өлөшө уңалмаған, етмәһә ялған һеңер ҙә ҡамасаулай. Әлеге ваҡытта Юлиана әсәһе менән, Өфөлә. Көтөмәгәндә балаһының тән йәрәхәттәре алыуы, һаулығы ҡаҡшауы өсөн, биш бала әсәһе босолоу белдерә.

“Юлиананы еңел автомобилдә бәрҙергән ир дауаханаға оҙатыша. Әммә һуңынан баланың хәле менән ҡыҙыҡһынманы”, – ти әсә кеше.Водителдең автомобиленә арест һалынған.

Сабыйҙы еңел автомобиль бәрҙереү осрағы эске эштәр министрлығының Йылайыр районы буйынса полиция бүлеге тарафынан тикшерелә.

Александр Шутов, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәткәре: “Тикшереү-оператив төркөм билдәләүенсә, юл-транспорт ваҡиғаһы киске алтыла теркәлә. Водитель һәм уның ҡатыны баланы дауаханаға илтә. Тикшереү барышында руль артындағы ирҙең водитель танытмаһының булмауы, спиртлы эсемлек ҡулланыуы асыҡланған”.

Юлианна Урмантаеваға оҙаҡ ваҡыт дауаханала ятырға тура киләсәк. Декрет ялындағы әсәнең тағы ла дүрт балаһы бар. Тиҙҙән уҡыу йылы башлана, ә ғаиләләге дүртенсе баланы аяҡҡа баҫтырыуға яраһы матди сығымдар талап ителә.

Гөлнара Урмантаева, Юлиана Урмантаеваның әсәһе: “Баймаҡ автостанцияһында диспетчер булып эшләй инем, әлеге ваҡытта 1 ике айлыҡ улым менән декрет отпускаһындамын, юл сығымдары ҙур, мәрхәмәтле кешеләрҙән ярҙам өмөт итәбеҙ”.

Урмантаевтар мәрхәмәтле кешеләрҙән ярҙамына өмөт итә. Талап ителгән мәғлүмәтте шулай уҡ беҙҙең рәсми сайтта, bashnews.ru адресы буйынса табырға мөмкин.

СБЕРБАНКТАҒЫ ИҪӘП:

5484 0600 1153 0027 ГУЛЬНАРА УРМАНТАЕВА

Мәрхәмәтле булайыҡ!

Автор: Гүзәл Борханова.

Йылайыр районында еңел автомобиль бәрҙергән 4 йәшлек Юлиана Урмантаеваға ярҙам кәрәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир