Башҡортостанда 900-гә яҡын подъезд ремонтланған

Башҡортостанда 900-гә яҡын подъезд ремонтланған https://bash.news/news/102111_bashortostanda_900g_yayn_podezd_remontlanan

Өфөлә күп фатирлы йорттарҙы эске яҡтан төҙөкләндереү эштәре планға ярашлы бара. Йыл аҙағына тиклем тағы ла өс меңгә яҡын подъезд яңы төҫ аласаҡ. Республика ҡабул ителгән программаға ярашлы, подрядсы ойошма ремонт эштәренә гарантия ла бирә. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Ә стеналар тигеҙләнеп, йәшел төҫкә буяласаҡ. Подъездарҙа почта йәшниктәре, электр сымдарын яңыртыу ҡаралған. Фатир хужалары өсөн был күптән көтөп алынған үҙгәрештәр. Өфөнөң Комсомол урамындағы 13-сө йортҡа алтмыш йыл элек нигеҙ һалынған, ошо ваҡыт эсендә тик бер тапҡыр ғына косметик ремонт яһалған. Әлегә подрядсы ойошма хеҙмәткәрҙәре тәүге ике подъезды тәртипкә килтерә башлаған.

Фирә Ғәниева, Комсомол урамы, 13-сө йортта йәшәүсе: “Подъездарға бына тигән тәҙрә ҡуйҙылар, ҡыйыҡты яһайҙар, бик таҙа, матур ерҙә йәшәрбеҙ тип көтәбеҙ”.

Бинаның ҡыйығы һәм алғы яғы күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милекте капиталь ремонтлау программаһы буйынса төҙөкләндерелә. Был йүнәлештә эштәр яңыраҡ Беренсе май урамында урынлашҡан 5-се йортта тамамланған. Милекселәр киләһе йыл бинаның эске яғы ла төҙөкләндерелер тип ышана, ошо маҡсаттан улар дөйөм йыйылыш уҙғарып, ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә йыйына. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров алты йыл эсендә 26 мең подъезды тәртипкә килтереү бурысын ҡуйғайны. Быйылға пландар билдәләнгән.

Республикала подъездарҙы комплексы ремонтлау программаһында 4 мең подъезд ҡатнаша, уларҙың 887-һе буйынса эштәр тамамланған. Ҡалған подъездар 1 ноябргә төҙөкләндерелергә тейеш.

Алдағы өс ай подрядсы ойошмалар өсөн яуаплы осор. Эшкә етди ҡарау мотлаҡ. Сөнки сифатһыҙ ремонт башҡарылған осраҡта, өҫтәмә сығымдар тап уларҙың иңенә төшә. Башҡортостандың капиталь ремонт буйынса төбәк операторы техник күҙәтеү алып бара.

Олег Койда, Башҡортостандың капиталь ремонт буйынса төбәк операторы мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе: “Подъездарҙа башҡарылған ремонт эштәренә гарантия өс йылға бирелә, әгәр объектты ҡабул иткәндә етешһеҙлектәр табыла икән, подрядсы ойошманы эш урынына кире ҡайтарабыҙ”.

Балтас районы үҙәгендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса комплекслы эш тамамланған. Киров урамындағы ике ҡатлы йортто эске яҡтан ремонтлауға 250 мең һум йүнәлтелгән була. Фатир хужалары яңы төҫ алған подъездарҙы гөл-сәскәгә күмә.

Асия Фәисханова: “Күңел һөйөнә, үҙебеҙгә рәхәт, килгән кешеләр һоҡлана. Тәҙрәләр, ишектәр яңыртылды, подъезд яҡтырып китте, беҙ ҡәнәғәт”.

Объекттарҙы ҡабул иткәндә лә етешһеҙлектәр асыҡланмай. Район етәкселеге билдәләүенсә, ремонт эштәре урындағы халыҡ күҙәтеүе аҫтында барған.

Илгиз Субушев, Балтас районы хакимиәте башлығы: “Көҙ ҡайһы подъездарҙы беренсе этапта ремонтларға кәрәклеген билдәләгәйнек, аукциондар үтте, июндә ремонт башланды, бөгөн объектты ҡабул итәбеҙ. Киләсәктә бөтә подъездарҙы матурлап сығырбыҙ тип уйлайым”.

Быйыл Иҫке Балтас ауылында дүрт ихатаны төҙөкләндереү бурысы ҡуйылған, шулай уҡ «Ҡала мөхите» программаһына ярашлы «Дуҫлыҡ» аллеяһы проекты тормошҡа ашырыла башлай.

Гөлназ Хәйбуллина.

Башҡортостанда 900-гә яҡын подъезд ремонтланған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд