Балаҡатай районы үҙәгендә рус лаптаһы спорты уңышлы үҫтерелә

Балаҡатай районы үҙәгендә рус лаптаһы спорты уңышлы үҫтерелә https://bash.news/news/102115_balaataj_rajony_gend_rus_laptay_sporty_uyshly_terel
02 авг 2019, 22:45

Ҡуян йөрәк лапта уйнамай. Бөгөн төбәктең балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә милли уйын менән йөҙләп бала шөғөлләнә. Улар 6 тапҡыр республика чемпионы, күп тапҡырҙар Бөтә Рәсәй турниры призеры исемен яулаған. Уҡыусылар каникулда ла яратҡан уйынынан айырылмай. Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Рус лаптаһы башҡа төр спорт уйындарынан йылғырлыҡ һәм тапҡырлыҡ талап итеүе менән айырыла. Бер секундҡа иғтибарҙы ситкә йүнәлттең икән, команда мәрәйһеҙ тороп ҡалыуы бар. Шул уҡ командала уйнау ҙа төп шарт. Ялҡау һәм ҡурҡаҡтарға лаптала урын юҡ.

Артур Рәхмәтуллин уйын нескәлектәрен яҡшы белә. Ул милли спорт төрө менән алтынсы кластан таныш. Силәбе ҡалаһына уҡырға китеүенә ҡарамаҫтан, яратҡан шөғөлөнән ситләшмәгән. Үҙенән кеселәрҙе өйрәтеүҙә лә булышлыҡ итә.

Әлбиттә, ҡағиҙәләре шул уҡ булһа ла, ул бығаса уйналған уйындарҙан айырыла. Уҡыусылар хеҙмәт дәресендә үҙҙәре эшләгән һаҡа һәм ябай теннис тубын ҡуллана.

Көн болоҡһоп торһа ла балалар яратҡан уйынынан айырылмай. Йәш спортсылар уйын араһында бәләкәй күнекмәләр ҙә үтә. Шуға ла улар сынығып та бөткән.

Владимир Цыпышев, тренер: “Уйынсы өсөн беренсенән фекерләй белеүе шарт. Унан һуң, туп артынан йүгерергәме, юҡмы икәнлеген күҙәтеп барырға тейеш. Командала һәр уҡыусының үҙ миссияһы. Хәйләле тактика ҡулланыу бигерәк тә команданы еңеүгә алып килә. Рус лаптаһы милли уйынын беҙ мәктәп сиктәрендә генә түгел, походҡа сыҡҡанда ла уйнайбыҙ. Шуға ла йылдан-йыл уңыш яулайбыҙҙыр тип уйлайым”.

Балаҡатай районында лапта уйын үҫешкән төбәк тип әйтергә мөмкин. Тәүҙә ул ҡыҙыҡһыныу рәүешендә генә алып барылһа, 2000 йылдар башында ул спорт мәктәбе программаһына индерелә. Һуңынан, айырым команда төҙөлөп төрлө ярыштарҙа ҡатнашыу хоҡуғын ала.

Балаҡатайҙарҙың уңыштары етерлек. Республика төбәктәренән тыш, ил кимәлендәге спорт ярыштарында ла әүҙем ҡатнаша. Улар Төмән, Анапа, Түбәнге Тагил, Брянск, Смоленск кеүек тиҫтәнән ашыу ҡалала ойошторолған Бөтә Рәсәй турниры аша үткән. Призлы урындар менән бергә, чемпион дәрәжәһенә тиклем еткән. Был иһә милли спортҡа мәктәп уҡыусылары араһында тағы ла ҡыҙыҡһыныу уята.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Балаҡатай районы үҙәгендә рус лаптаһы спорты уңышлы үҫтерелә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество