Баш ҡалала крандан аҡҡан һыуҙы икеләнмәйенсә ҡулланырға мөмкин

Баш ҡалала крандан аҡҡан һыуҙы икеләнмәйенсә ҡулланырға мөмкин https://bash.news/news/102133_bash_alala_krandan_aan_yuy_ikelnmjens_ullanyra_mmkin
03 авг 2019, 13:27

«Өфө һыуканалы» Иҙәк йылғаһындағы экологик хәлгә бәйле ялған мәғлүмәтте инҡар итте. Интернет селтәрендә Өфө йылғаһы бысраныу сәбәпле крандан һыу эсергә ярамай тигән имеш-мимештәр таралғайны. Үткәрелгән анализдар һөҙөмтәһендә бысраныу ихтималлығы раҫланманы, крандағы эсәр һыу барлыҡ санитар талаптарға тура килә, тип белдергән ойошма белгестәре. Благовещен районында Иҙәк йылғаһын бысраныуҙан таҙартыу эштәре лә бара. Уларҙы БСТ каналы хәбәрселәре күҙәтте.

Балыҡсы өсөн ҙур уңыш, әммә ул ашарға яраҡһыҙ. Ҡотҡарыусылар ҡулында ҡармаҡ урынына йәтмә. Иҙәк йылғаһында икенсе тәүлек эш ҡайнай. Иртәнән кискә тиклем ҡотҡарыусылар зарарлы балыҡты йыя. Кисә 500 килограмм тупланған. Бөгөн аҙыраҡ.

Өфөлә лә крандан һыу эсергә ярамай, Иҙәктәге зарарлы матдәләр Өфө йылғаһына эләккән тигән имеш-мимеш электрон хәбәрләшеү селтәре аша республикала йәшен тиҙлегендә таралды.

Бөгөн «Өфө һыуканалы» муниципаль предприятиеһы был мәғлүмәттең күрәләтә ялған булыуын билдәләне. Белгестәр әйтеүенсә, Өфө һыу селтәрендә барлыҡ күрһәткестәр тейешле талаптарға яуап бирә. Һыуҙы шикләнмәйсә ҡулланырға мөмкин.

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығы ла Иҙәк йылғаһында тикшереү үткәргән. 4 урындан һыу өлгөләре алынған. Анализдарҙан күренеүенсә гигиена номативтарын боҙоу осрағы асыҡланмаған.

Фәрит Ғүмәров, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе: “Тикшереүҙәрҙән һуң шуны әйтә алам, республика халҡы, айырыуса Благовещен халҡы өсөн һыуҙың зарары юҡ”.

Белгестәр әйтеүенсә, йылғаға ысынлап та химик матдәләр эләккән. Улар һыуҙағы кислород кәмеүенә килтергән. Әммә был күренеш кешегә хәүефле түгел тигән фекерҙә улар.

Елена Щекина, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары: “Химик элементтар күп булғанлыҡтан кислород етешмәй, әммә кешеләрҙең һаулығына бер йоғонтоһо ла юҡ”.

Республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Иҙәк йылғаһының бысраныу осрағын ентекләп тикшереү һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөүҙе координациялау маҡсатында махсус эшсе төркөм ойошторолған. Уға Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәширов етәкселек итә.

Ринат Бәширов, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары: “Эшсе төркөмдә экологтар, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты. Бөгөн икенсе ултырыш үтте”.

Эшсе төркөм составында экологтар, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре бар. Улар фекеренсә, борсолорға урын юҡ. Иҙәктә икенсе тәүлек эшләгән ҡотҡарыусылар әйтеүенсә лә, йылғала һыу әкренләп таҙара бара, ятыуҙарҙа тере балыҡтар ҙа күренә башлаған

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Баш ҡалала крандан аҡҡан һыуҙы икеләнмәйенсә ҡулланырға мөмкин

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа