Бәләбәй, Бөрө һәм Ишембай ҡалалары – уңайлы мөхит булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар төҙөүсе

Бәләбәй, Бөрө һәм Ишембай ҡалалары – уңайлы мөхит булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар төҙөүсе https://bash.news/news/102151_blbj_br_m_ishembaj_alalary_uajly_mxit_buldyryu_bujynsa_i_yashy_proekttar_tse

Республикала йыл аҙағына тиклем 200-гә яҡын йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырыла. Исемлектә: байтаҡ парк, сквер, йәйәүлеләр юлы, мемориаль комплекс, аллея, спорт һәм һауыҡтырыу майҙансығы бар.

Рәсәйҙә бәләкәй ҡалаларҙа уңайлы мөхит булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар асыҡланды. Конкурста Бәләбәй, Бөрө һәм Ишембай ҡалалары еңеүсе тип табылды. Приз фонды – 245 миллион һум. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына төҙөкләндереү эшен күҙәтеүгә алырға ҡушты.

“Ихаталарҙы матурлайбыҙ, ауыл, ҡалаларҙы төҙөкләндерәбеҙ. Был да фәҡирлеккә ҡаршы көрәш. Беҙ кешеләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырабыҙ. Ошо мәсьәләгә етди иғтибар бирәбеҙ һәм бирәсәкбеҙ”, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Бәләбәй, Бөрө һәм Ишембай ҡалалары – уңайлы мөхит булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар төҙөүсе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа