Бөгөн Өфө дәүләт авиация-техник университеты тәүге студенттарҙы ҡабул итте

Бөгөн Өфө дәүләт авиация-техник университеты тәүге студенттарҙы ҡабул итте https://bash.news/news/102155_bgn_f_dlt_aviaciyatexnik_universitety_tge_studenttary_abul_itte
03 авг 2019, 22:47

Юғары белем биреү йорттарында ҡабул итеү кампаниялары тамамланып беренсе студенттар исемлеге төҙөлә. Ҡабул итеү кампанияһы ҡағиҙәләре буйынса тәү сиратта вуздар 80 процент бюджет урынына дәғүә итеүселәрҙе ҡабул итә.

Өфө дәүләт авиация-техник университетына барлығы 5 меңдән ашыу абитуриент документтарын тапшырған. Шуларҙың меңдән ашыуы бөгөн студент тип иҫәпләнә.

Приказға ҡул ҡуйылған ручканы университет ректоры, уңышҡа тип, студенттарға бүләк итте. Был күренеш матур йолаға әйләнгән. Ручканы беренсе курс студенты Мирон Матешук тота. Егет маҡсатлы рәүештә уҡыу йортона уҡырға инә. Бәхетле ручка хужаһына: "Тырыш булһаң, уҡыуҙан ҡыуылыу янамай", – тип вәғәҙәләне ректор.

Мирон Матешук: “Ручканы залға ташлау йолаһы тураһында кисә генә уҡыным, миңә эләгер тип уйламаным да. Тантанаға ике класташым менән килдем, улар ҙа бында уҡырға инде. Тура миңә осоп килгән ручканы тотоу ҡапыл ғына килеп сыҡты”.

Сара Өфө дәүләт авиация-техник университеты майҙанында дауам итте. Яңыраҡ ҡына мәктәп уҡыусылары булған егет-ҡыҙҙар хәҙер инде вуз студенты. Был шатлыҡлы ваҡиғаға күптәре ата-әсәләре менән килгән.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Бөгөн Өфө дәүләт авиация-техник университеты тәүге студенттарҙы ҡабул итте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна