Иҙәк йылғаһын бысратҡан ойошма язаға тарттырыласаҡ

Иҙәк йылғаһын бысратҡан ойошма язаға тарттырыласаҡ https://bash.news/news/102165_ik_jylayn_bysratan_ojoshma_yazaa_tarttyrylasa
03 авг 2019, 23:19

Иҙәк йылғаһында бер тонна ярым балыҡ ҡырылған. Полиэф ойошмаһынан йылғаға ағыулы ҡатнашмалар ағып төшөүе сәбәптәре тикшерелә. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм Башҡортостандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының дәүләт аналитика контроле идаралығы Сәнәғәт предприятиеһында ағыулы ҡатнашмалар ағып төшкән урындарында булды. Һыу өсөнсө тапҡыр анализға алынды.

Иҙәк йылғаһын бысратҡан ойошма язаға тарттырыласаҡ
Иҙәк йылғаһын бысратҡан ойошма язаға тарттырыласаҡ

Полиэф комбинатының дренаж өсөн тәғәйенләнгән торбалары. Тик уларҙан ямғыр һыуҙары урынына урманға ағыулы матдәләр ағып төшкән. Кислоталар ҡушылмаһы артабан Ҡаҙмышлыға, уның һыуы менән Иҙәк йылғаһына эләккән. Был урындан Иҙәккә тиклем ете-һигеҙ саҡырым самаһы. Тәбиғәткә ни тиклем зыян килеүен тоҫмалларға ғына була. Экологияны бысратыу урынынан һыу өсөнсө тапҡыр анализға алынды.

Предприятие эргәһе һаҙлыҡлы ер. Йыйылған һыу әле насос менән һурҙырыла. Элек кеше аяғы баҫмаған ерҙә эш тәүлек әйләнәһенә тиклем бара. Дежур итеү ойошторолған.

Благовещен районындағы Иҙәк йылғаһында балыҡтар ҡырылыу тураһында хәбәр 27 июлдә таралды. Шул көндән алып сәнәғәт объекты янында һәм йылға ағымында һыу составы ике тапҡыр тикшерелгән. Химик матдәләр ағып төшөү сәбәпле йылғала кислород кимәле төшөүе күҙәтелгән.

Һуңғы көндәрҙә ямғырҙар яуа һәм был экологик хәлгә ыңғай тәьәҫир итәсәк, тип билдәләне дәүләт аналитика контролерҙары. Әммә ағыулы матдәләр тупраҡта ҡалып тәбиғәткә артабан зыян килтереүе мөмкин. Тупраҡ анализға алынды, уның һөҙөмтәһе алдағы аҙнала билдәле буласаҡ. Полиэф етәксеһе зарарлы матдәләр һеңгән урындағы ер ҡатламын утилләштерергә вәғәҙәләй.

Ҡотҡарыусылар ике көн буйы йылғаларҙы таҙартҡан. Иҙәк йылғаһынан тонна ярым ҡырылған балыҡ сығарылған һәм Благовещен районының ветеринар станцияһына тапшырылған.

Осраҡ буйынса Башҡортостан тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуратураһы күҙәтеү органдары менән берлектә тикшереү башлаған.Ҡотҡарыусылар йылғаларҙа хәл яҡшыра бара, һыу таҙара тигән фекерҙә.

Иҙәк йылғаһына химик матдәләр ағыҙыуға юл ҡуйған предприятиеға килтергән зыян өсөн закон буйынса яуап бирергә һәм компенсация түләргә тура киләсәк. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Йылғаның бысраныуын йәшерергә тырышҡан етәкселәр ҙә шулай уҡ яуаплылыҡтан ҡаса алмаясаҡ.

(в1)

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна