Башҡортостан парламенты депутаттары Өфөләге хоспис төҙөлөшөнә аҡса йыйыуға ҡушыла

Башҡортостан парламенты депутаттары Өфөләге хоспис төҙөлөшөнә аҡса йыйыуға ҡушыла https://bash.news/news/102233_bashortostan_parlamenty_deputattary_flge_xospis_tlshn_asa_jyjyua_ushyla
05 авг 2019, 16:18

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев депутаттарҙы социаль әһәмиәтле проектҡа өлөш индерергә саҡырҙы. “Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ “Иман” хәйриә фондына бер көнлөк эш хаҡын күсерә ала. Ышанам күп кенә депутаттар проектҡа ҡулдарынан килгәнсә ярҙам күрһәтер, тип ышанам. Шулай уҡ үҙҙәре эшләгән предприятиеларҙа ла хәйриә аҡсаһы йыйыуҙы ойошторор”, тигән Константин Толкачев.

Башҡортостан парламенты депутаттары Өфөләге хоспис төҙөлөшөнә аҡса йыйыуға ҡушыла
Башҡортостан парламенты депутаттары Өфөләге хоспис төҙөлөшөнә аҡса йыйыуға ҡушыла

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың хоспистарға ярҙам итеүсе “Вера” хәйри фонды учредителе, Мәскәү күп профилле паллиатив ярҙам үҙәге директоры Нюта Федермессер менән осрашыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Өфөлә һалынасаҡ хоспис 50 урынға иҫәпләнә. Уны киләһе йылда асыу планлаштырыла. Үҙәктә өлкәндәр өсөн 30, балаларға 20 урын булдырыу ҡарала.

Башҡортостан етәксеһе социаль селтәрҙәр аша мәрхәмәтле яҡташтарыбыҙҙы ярҙам күрһәтергә саҡырҙы. Яҙма донъя күреү менән, байтаҡ кеше “Иман” хәйриә ойошмаһы иҫәбенә аҡса күсерергә теләүе тураһында белдерҙе.

Юлдаш
Новости партнеров
Минземимущество