Балаҡатайҙа подъездарҙы төҙөкләндереү ваҡытынан алда тамамланған

Балаҡатайҙа подъездарҙы төҙөкләндереү ваҡытынан алда тамамланған https://bash.news/news/102270_balaataja_podezdary_tklndere_vaytynan_alda_tamamlanan

Республика подъездары яңы төҫ ала. Күп фатирлы йорттарҙы төҙөкләндереү программаһына ярашлы, комплекслы ремонт эштәре дауам итә. Балаҡатай районында мәҫәлән, 6 подъезда ремонт эштәре ваҡытынан алда тамамланған.

Иҙән плитәләре, тәҙрә, ишектәр яңыртылған, яҡтыртыу системаһы йүнәтелгән, баҫҡыс-стеналар буялған. Күпселек подъездар йорт һалынғандан алып ремонт күрмәгән булған.

Программаға индерелгән һәр подъезд өсөн 129 мең һум күләмендә аҡса тотонолған. Былтыр ошо уҡ күп ҡатлы йорт ихаталарына «Ҡала мөхите» программаһына ярашлы асфальт түшәлгән. Балаҡатай районы хакимиәте киләһе йыл да федераль проектта ҡатнашырға иҫәп тота. Тағы ла 6 подъезды төҙөкләндереү күҙаллана.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Балаҡатайҙа подъездарҙы төҙөкләндереү ваҡытынан алда тамамланған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа