Николай Валуев Өфөлә бокс мәктәбе асырға йыйына

Николай Валуев Өфөлә бокс мәктәбе асырға йыйына https://bash.news/news/102274_nikolaj_valuev_fl_boks_mktbe_asyra_jyjyna
05 авг 2019, 23:03

Бокс буйынса донъя чемпионы Николай Валуев Өфө боксерҙарына оҫталыҡ дәрестәрен ойошторҙо. Билдәле спортсы дөрөҫ күнегеүҙәр эшләү, бокстағы техник алымдары менән уртаҡлашты. Дәүләт Думаһы депутаты шулай уҡ спорт үҙәге эшмәкәрлеген дә ҡараны.

Яңы комплекс бокс тармағын үҫтереү өсөн ул бар шарттарҙың булыуын билдәләне. Киләсәктә бында Николай Валуев бокс мәктәбен ойошторасағын белдерҙе.

Николай Валуев, Дәүләт Думаһы депутаты: Бөгөнгө осрашыу физик культура уҡытыусыларының һөнәри байрамына арналды. Ошо уңайҙан, Өфөлә бокс мәктәбен ойоштороу мөмкинлектәре менән таныштым. Спорттан тыш, республиканың экология мәсьәләһен дә күҙ уңында тотам. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарынан нефть продуктарының төрлө ергә күмелеүе билдәле. Ошоға бәйле урындағы эсәр һыу сифаты түбән. Проблеманы хәл итеү маҡсатында Башҡортостанға тәүге килеүем түгел.

Ваҡытында был спорт үҙәгендә Леонид Костылев, Артур Собханғолов, Елена Савельева кеүек билдәле боксерҙар тәрбиәләнгән. Республика спортсылары бөгөнгө осрашыуҙың да эҙһеҙ үтмәүенә ышана. Малай-ҡыҙҙар араһында ҡыҙыҡһыныусылар артты. Өҫтәүенә, яңы комплекс бокс кеүек спорт уйындарынан тыш, милли йыйылма командаһы осрашыуҙары өсөн дә мөмкинлектәр булдырылған.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Николай Валуев Өфөлә бокс мәктәбе асырға йыйына

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество