Радий Хәбиров иң һөҙөмтәле төбәк башлыҡтары исемлегендә

Радий Хәбиров иң һөҙөмтәле төбәк башлыҡтары исемлегендә https://bash.news/news/102339_radij_xbirov_i_mtle_tbk_bashlytary_isemlegend
06 авг 2019, 16:07

Рейтингты Иҡтисади һәм сәйәси коммуникациялар агентлығы белгестәре төҙөгән. Республика етәксеһе июнь айында губернаторҙар исемлегендә 26-сы баҫҡысты биләне. Ул бер ай эсендә 19-сы урынға күтәрелгән һәм көслө йоғонто яһаған төбәк башлыҡтары төркөмөнә эләккән. Радий Хәбировтың яҡшы һөҙөмтәһенә Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев менән осрашыу барышында, Ишембай махсус иҡтисади биләмәһен ойоштороу тураһында ҡарар йоғонто яһаған.

Радий Хәбиров иң һөҙөмтәле төбәк башлыҡтары исемлегендә

Мәскәү мэры Сергей Собянин рейтинг лидеры. Икенсе урында Чечен республикаһы башлығы Рамзан Ҡадыров, өсөнсөлә – Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов. Ямал-Ненец автономиялы округы етәксеһе Дмитрий Артюхов исемлектә иң һуңғы баҫҡыста.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд