Саҡмағош районы Йомаш ауылында мәктәпкәсә учреждение төҙөкләндерелә

Саҡмағош районы Йомаш ауылында мәктәпкәсә учреждение төҙөкләндерелә https://bash.news/news/102347_samaosh_rajony_jomash_auylynda_mktpks_uchrezhdenie_tklnderel
06 авг 2019, 16:35

20 йыл элек нигеҙ һалынған балалар баҡсаһы заман талаптарына яуап бирмәгән. Көтөп алынған төҙөлөш эштәре "Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект" программаһы нигеҙендә башҡарыла.

Саҡмағош районы Йомаш ауылында мәктәпкәсә учреждение төҙөкләндерелә

Баҡса 95 урынға иҫәпләнгән. Ул тиҙҙән асылыр, тип көтөлә. Йомаш ауылында йәш ғаиләләргә йорттар һалына, юлдар ремонтлана, ял итеү өсөн уңайлы шарттар булдырыла, тип белдерәләр ауыл хакимиәтенән.

Юлдаш
Новости партнеров
Минземимущество