Бишбүләк районы Баҙлыҡ ауылы клубының ҡыйығын дауыл алып ташлаған

Бишбүләк районы Баҙлыҡ ауылы клубының ҡыйығын дауыл алып ташлаған https://bash.news/news/102363_bishblk_rajony_baly_auyly_klubyny_yjyyn_dauyl_alyp_tashlaan
06 авг 2019, 22:14

Ваҡиға уҙған тәүлектә киске 8-ҙәр тирәһендә теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, көслө ел һөҙөмтәһендә күп функциялы мәҙәни үҙәктең спорт залы ҡыйығы емерелгән.

Барлығы 200 квадрат метрҙан ашыу майҙан зыян күргән. Бәхеткә күрә, ябыу материалы аҡтарылып төшөүҙән бер кем дә йәрәхәт алмаған. Баш ҡалабыҙ Өфөлә лә көслө ел ваҡытында ағастарҙың 11 ҡолау осрағы теркәлгән.

Бөрө трактында яҡтыртыу ҡоролмаһы юлға аунаған. Биш светофор сафтан сыҡҡан. Әйткәндәй, бөгөн дә республика биләмәһендә һауа торошоноң боҙолоуы күҙәтелә. Айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе ихтимал. Елдең тиҙлеге секундына 9-14, көсәйгәндә 17-22 метрға тиклем етеүе көтөлә.

Һауа температураһы төндә 10-15, көндөҙ 16-21 градус йылы. Көслө ел ваҡытында ҡотҡарыусылар республика халҡын урамға сығыуҙан тыйылып торорға кәңәш итә. Бер үк ваҡытта улар өҙөлгән сымдар һәм электр линиялары эргәһенә барыу ҙа фажиғәле тамамланыуы ихтимал тип иҫкәртә.

Автор: Илдар Байбулатов.

Бишбүләк районы Баҙлыҡ ауылы клубының ҡыйығын дауыл алып ташлаған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество