Ермолаев спирт комбинаты урынына ашлыҡ эшкәртеү заводы барлыҡҡа киләсәк

Ермолаев спирт комбинаты урынына ашлыҡ эшкәртеү заводы барлыҡҡа киләсәк https://bash.news/news/102377_ermolaev_spirt_kombinaty_urynyna_ashly_eshkrte_zavody_barlya_kilsk
06 авг 2019, 23:33

Был турала Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов менән республика етәксеһе Радий Хәбировтың осрашыуында һөйләшеп килешелде. «Башлыҡ сәғәте» форматында үткән кәңәшмәлә эшмәкәрлеген туҡтатҡан предприятие биналарын район милкенә тапшырыу мөмкинлеге ҡаралды. Муниципаль иҫәпкә күсерелгән осраҡта яңы производство өсөн әҙер шарттар барлыҡҡа киләсәк.

Асҡын район хакимиәте башлығы менән осрашыуҙа төбәктең инвестиция йәлеп итеү мөмкинлектәре барланды. Ришат Дихин әйтеүенсә, районда майлы культураларҙы эшкәртеү заводы, мең баш малға иҫәпләнгән һимертеү комплексы, бағры һәм бәрҙе балыҡтары үрсетеү фермалары төҙөлә. Осрашыуҙа урында йәшәүсе халыҡты борсоған мәсьәләләр ҙә өйрәнелде.

Автор: Айнур Кәбиров.

Ермолаев спирт комбинаты урынына ашлыҡ эшкәртеү заводы барлыҡҡа киләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество