Өфө уҡыусылары полилингваль мәктәптәрҙә белем аласаҡ

Өфө уҡыусылары полилингваль мәктәптәрҙә белем аласаҡ https://bash.news/news/102380_f_uyusylary_polilingval_mktptr_belem_alasa
06 авг 2019, 23:40

Яңы уҡыу йылында башҡалала ике заманса мәғариф учреждениеһы үҙ ишектәрен аса. Смарт мәктәп тип аталған был белем усаҡтарында бер үк дәрес төрлө телдәрҙә алып барылыуы менән үҙенсәлекле. Күп профилле полилингваль мәғариф учреждениелары төп белем биреүҙән тыш балаларҙың ижади, спорт һәләттәрен үҫтереүҙе лә күҙ уңында тота. Заманса обьекттар Өфөнөң Дим һәм Совет райондарында урынлашҡан, уларҙың яңы уҡыу йылына әҙерлеге менән беҙҙең БСТ каналы хәбәрсеһе лә Рәмзиә Кәримова танышты.

Ҡайнаған төҙөлөшкә ҡарап был коридорҙарҙың тиҙҙән балалар тауышына күмеләсәгенә ышаныу ауыр, әммә төҙөүселәр ҙә, хакимиәт вәкилдәре лә обьект яңы уҡыу йылында уҡыусыларҙы ҡабул итәсәк тип ышандыра. Өҫтәүенә, мәктәп ябай түгел, смарт мәғариф учреждениеһы, йәғни ул полилингваль йүнәлештә эшләйәсәк. Йәғни белем усағы мәғариф системаһындағы иң алдынғы технологияларҙы үҙ эсенә ала, бында бер нисә сит тел үҙләштерелә.

Белем биреү методикаһы ғына түгел, биҙәлеш тә үҙенсәлекле. Дим биҫтәһенең «Яркий» микрорайонында урынлашҡан 162-се мәктәп, урынлашҡан биләмәһенә төҫө менән дә, асылы менән дә тура килә, ул тыштан да, эстән дә балҡып тора.

Әлегә мәктәп биләмәһенә резина итекһеҙ үтеп булмай, әммә төҙөлөп бөткән майҙансыҡтарға ҡарап буласаҡ уҡыусыларға көнләшергә мөмкин. Бында һәр зона төптән уйлап эшләнгән. Белем усағы 1 мең балаға иҫәпләнгән, әммә быйыл мәктәпте яҡынса 50 процентҡа тулыландырыу ҡаралған, смарт мәктәпкә беренсе синыф килеүселәрҙе бүләк тә көтә-смарт сәғәт.

Ошондай уҡ шарттар Өфөнөң Совет районында урынлашҡан 44-се мәктәпте лә көтә. Бында быуат башында төҙөлгөн иҫке биналар һүтелгән, уның урынына яңы, заманса корпустар ҡалҡып сыҡҡан. Белем усағы быйылдан күп профилле полилингваль мәктәп тип иғлан ителгән, йәғни Рәсәй финанс университеты менән берлектәге эшмкәрлек, теүәл фәндәр буйынса махсуслашыу һаҡлап ҡалына. Тик хәҙер уҡыусылар предметтарҙы бер нисә телдә лә өйрәнәсәк.

Лингвистика буйынса эшләгән һәр мәктәпте йыһазландырыу өсөн 100-әр миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, был суммаға физика һәм химия буйынса заманса лабораториялар, интерактив панельдәр, лингафон кабинеттары асыу ҡарала. Мәҫәлән, 44-се мәктәптең үҙ нәшриәте, квадрокоптерҙар, видеокамералар менән телерадиостудияһы ла буласаҡ.

Йәғни, белем усаҡтарында һәр балаға һәләте, ҡыҙыҡһыныуы буйынса шөғөл әҙер. Радий Хәбиров тап шул бурысты ҡуя ла инде, полилингваль мәктәптәр белем биреү системаһының маяғына әүерелергә тейеш, республикала был мәғариф учреждениелары бөтәһе 14 буласаҡ.

Автор: Р.Кәримова.

Өфө уҡыусылары полилингваль мәктәптәрҙә белем аласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество