Баймаҡ районы Ярат ауылы мәктәбендә яңы уҡыу йылына әҙерлек эштәре дауам итә

Баймаҡ районы Ярат ауылы мәктәбендә яңы уҡыу йылына әҙерлек эштәре дауам итә https://bash.news/news/102381_bajma_rajony_yarat_auyly_mktbend_yay_uyu_jylyna_erlek_eshtre_dauam_it
06 авг 2019, 23:42

Уҡыусыларҙың ҡаҙаныштары һәм өлгәшеүҙәре мәктәптә булдырылған уңайлы шарттарҙан да тора. «Балалар спорты» проекты сиктәрендә бында спорт залы төҙөкләндерелә. Физкультура дәресендә тәү сиратта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү тора. Шуның өсөн, яңы иҙән япмаһы ярыштар үткәреүгә хәүефһеҙ буласаҡ, тип билдәләнә.

Шулай уҡ Ярат ауылы мәктәбендә һәм балалар баҡсаһында иҫке тәҙрәләр яңыһына алмаштырыла. «Балалар спорты» проекты Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында ла уңышлы ғәмәлгә ашырылды, яңы спорт залында төҙөкләндереү эштәре тамамланған.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Баймаҡ районы Ярат ауылы мәктәбендә яңы уҡыу йылына әҙерлек эштәре дауам итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна