Саҡмағош районы Йомаш ауылында яңы балалар баҡсаһы төҙөлә

Саҡмағош районы Йомаш ауылында яңы балалар баҡсаһы төҙөлә https://bash.news/news/102382_samaosh_rajony_jomash_auylynda_yay_balalar_basay_tl
06 авг 2019, 23:43

20 йыл элек нигеҙ һалынған балалар баҡсаһы, хәҙер инде заман талаптарына яуап бирмәй. Көтөп алынған төҙөлөш эштәре «Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 объект» программаһы сиктәрендә башҡарыла. Мәктәпкәсә учреждение 95 урынға иҫәпләнгән.

Оҙаҡламай яңы балалар баҡсаһы үҙ ишеген асып, сабыйҙарҙы ҡаршы аласаҡ. Шулай уҡ, Йомаш ауылы биләмәһендә йәш ғаиләләргә йорттар һалына, юлдар ремонтлана, ял итеү өсөн уңайлы шарттар булдырыла, тип белдерҙе ауыл биләмәһе башлығы.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Саҡмағош районы Йомаш ауылында яңы балалар баҡсаһы төҙөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд