Ислам Төхвәтуллин – Республика Йәштәр хөкүмәте башлығы

Ислам Төхвәтуллин – Республика Йәштәр хөкүмәте башлығы https://bash.news/news/102383_islam_txvtullin_respublika_jshtr_xkmte_bashlyy
06 авг 2019, 23:44

Өфөлә уҙған ултырышта уның рәйесе һайланды, һәр тармаҡ буйынса министрҙар билдәләнде. Йәштәр хөкүмәте айына бер тапҡыр йыйыла, республика Башлығы аппараты менән берлектәге осрашыуҙар кварталға бер булырға тейеш.

Йәштәр хөкүмәте – Республика Хөкүмәте ҡарамағындағы кәңәшләшеү майҙансығы. Эшмәкәрлеген йәмәғәт башланғыстарында тормошҡа ашыра. Уның составына 18-30 йәшлек 19 кеше инде.

Артабан улар, стажировка үтеп, дәүләт хеҙмәтендә карьера башлай ала. Йәштәр хөкүмәте ике йылға һайланып ҡуйылған рәйестән, уның урынбаҫары, ағзаларҙан тора.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Ислам Төхвәтуллин – Республика Йәштәр хөкүмәте башлығы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна