Республика кардиология үҙәгендә артерия протездарын беркетеү әмәлите башҡарылды

Республика кардиология үҙәгендә артерия протездарын беркетеү әмәлите башҡарылды https://bash.news/news/102384_respublika_kardiologiya_gend_arteriya_protezdaryn_berkete_mlite_basharyldy
06 авг 2019, 23:45

Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһында яңы алым. Был Волга буйы федераль округында беренсе операция. Оҫталыҡ дәрестәрендә башҡа төбәктәрҙән килгән кардиохирургтар ҙа ҡатнашты. Хирургиялағы яңы ысул өҫтөнлектәрен БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде.

Мониторҙа – кеше организмындағы иң ҙур ҡан тамыры. Пациенттың ғүмере өсөн киңәйгән аорта хәүефле. Ул көтмәгәндә шартларға мөмкин. Әмәлиәт барышында иң яуаплы мәл – эндопротезды аортаға беркетеү. Ҡатмарлы осраҡта киңәйгән ҡан тамыры быны эшләргә ҡамасаулай, ә яңы ысул ярҙамында аневризма муйынсаһында манипуляция башҡарылды.

Тимур Хафизов, Республика кардиология үҙәгенең рентген хирургияһы ысулы менән диагностикалау һәм дауалау бүлеге мөдире: “Аневризманың муйынсаһы бәләкәй булыуы арҡаһында, әмәлиәттән һуң протездың түбән күсеп, ҡатмарлыҡтар тыуҙырыуы ихтимал. Уға юл ҡуймаҫ өсөн беҙ эндопротезды дүрт ерҙән беркеттек”.

Әмәлиәт барышында янбаш һөйәге янындағы сат аша бәләкәй уйымдан аневризмаға стендграфт урынлаштырылды. Протез ҡорһаҡ аортаһына дүрт ерҙән беркетелде. Операция дөйөм наркозһыҙ башҡарылды. Стенграфт ҡуйыу, классик операциянан күпкә хәүефһеҙрерәк, ти, белгестәр.

Был әмәлиәт Волга буйы федераль округында тәүге тапҡыр яһалды. Тәжрибә уртаҡлашырға күрше өлкәләрҙән дә кардиохирургтар саҡырылды. Кардиология үҙәге был өлкәлә эшләгән фекерҙәштәрҙе бергә тупланы, яңы ысул уларҙың эшендә бик кәрәкле.

Алексей Барышников, Силәбе өлкә клиник дауаханаһының ҡан тамырҙары хирургияһы бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы: “Бындай оҫталыҡҡа күптән өйрәнге килә ине. Күпселек осраҡта ауырыуҙарға ярҙам итергә тип өҙгөләнәһең. Был ысул беҙҙең эштә бик мөһим”.

Алтмыштан йәштән өҫтә булған пациенттарға -эндопротез урынлаштырыу ғүмер оҙонлоғон арттырасаҡ һәм әмәлиәттән һуң тайпылыштарҙы иҫәпкә алып, тиҙ аяҡҡа баҫырға ярҙам итәсәк.

Ирина Николаева, Республика кардиология үҙәге баш табибы: “Бөгөнгө көндә стенграфтар ҡуйыу иң мөһим эш. Уларҙы урынлаштырыу механизмы камиллаштырылырға тейеш. Был ысул пациенттың ғүмерен оҙайтыуға булышлыҡ итә”.

Кардиоүҙәктә ике әмәлиәт тә яңы технология буйынса башҡарылды. Ошоға тиклем бындай операцияларҙы федераль үҙәктәрҙә генә эшләгәндәр. Хәҙер иһә республикала йәшәүселәр донъя кимәлендәге медицина ярҙамын үҙ ерендә алыу мөмкинлегенә эйә.

Автор: Гүзәл Борханова.

Республика кардиология үҙәгендә артерия протездарын беркетеү әмәлите башҡарылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна