Күгәрсен районы Ерекле ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы үтте

Күгәрсен районы Ерекле ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы үтте https://bash.news/news/102385_kgrsen_rajony_erekle_auylynda_aumyyy_auyldashtar_bajramy_tte
06 авг 2019, 23:46

Был мәртәбәле көндө ауыл урамдары тыуған яғын, ерен,һыуын һағынып ҡайтҡан ауылдаштар менән тулыланды.

Мәҡсүт ауыл биләмәһенә ҡараған Ерекле, йәки Бәләкәй Абыҙ ауылы тарихы бай һәм ҡыҙыҡлы. Ун етенсе быуатта барлыҡҡа килгән ауыл ерендә халыҡ тәү башлап малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнә.

Бөгөнгө көндә лә ауыл халҡы күмәкләп мал аҫырай, ҡош-ҡорт үрсетә. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуҙан башланды. Ихаталар янында шәжәрә, ауыл тарихы тураһында мәғлүмәттәр тупланған

Ауылдың йөҙөк ҡашына әйләнгән мәсетте ауыл халҡы үҙ көсө менән төҙөй. Был изге эштә һәр кемдең ҡулы тейҙе, ти урындағы ауыл старостаһы Рәис Мәзитов. Ауылға иман нуры таратҡан мәсет асыу тантанаһына ауыл халҡы, мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды. Өфө ҡалаһынан тыуған ауылына ҡунаҡҡа ҡайтҡан билдәле ғалим, тарихсы Марат Мәхмүт улы Ҡолшәрипов яңы мәсеткә өс телдә сығарылған көръән китабы тапшырҙы.

Күгәрсен районы Ерекле ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна