Юлаевсылар Ҡаҙағстан президенты кубогы өсөн көрәшә

Юлаевсылар Ҡаҙағстан президенты кубогы өсөн көрәшә https://bash.news/news/102463_yulaevsylar_aastan_prezidenty_kubogy_sn_krsh
07 авг, 19:15

Юлаев Континеталь хоккей лигаһында миҙгел алды турниры бөгөн Нур-Солтанда башлана. Унда майҙан хужалары – “Барыҫ”, “Салауат Юлаев”, Ҡаҙандан “Аҡ Барыҫ” һәм Екатеринбургтан “Автомобилист” ҡатнаша. Өфө хоккейсылары иртәгә Ҡаҙан клубы менән уйнай. Миҙгелгә әҙерлек барышында юлаевсылар Финляндияла күнекмәләрҙә булды. Командала яңы уйынсы Михаил Пашнин “Юлдаш” радиоһына интервьюла хоккейсылар менән мөнәсәбәттәре һәм чемпионатҡа әҙерлек барышы тураһында һөйләне.

Юлаевсылар Ҡаҙағстан президенты кубогы өсөн көрәшә

Юлаевсылар Ҡаҙағстан президенты кубогы өсөн көрәшә

Ярым һаҡсы Михаил Пашнин Мәскәүҙән ЦСКА клубынан килде. Быйылғы миҙгелдә ул команда менән Гагарин кубогына эйә булды.

Юлдаш
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа