Радий Хәбиров эш сәфәре менән Дүртөйлө районында

Радий Хәбиров эш сәфәре менән Дүртөйлө районында https://bash.news/news/102481_radij_xbirov_esh_sfre_menn_drtjl_rajonynda
07 авг 2019, 22:33

Хужалыҡтар ураҡҡа 26 июлдә төшкән, тик аҙна дауамындағы ямғырҙар эште тотҡарлай. Ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан ер хужалары уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алырға иҫәп тота. Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ хужалығы баҫыуҙарында бөгөн Республика етәксеһе лә булды, Радий Хәбиров ураҡ барышы, проблемалар менән ҡыҙыҡһынды.

Предприятие игенселек, малсылыҡ буйынса махсуслашҡан, ун мең гектарға яҡын ерҙәре, ике мең ярым баш малдары бар. Хужалар әйтеүенсә, быйыл техник культураларҙың майҙаны арттырылған, көндәр ҡоро торһа ураҡ ваҡытында тамамланасаҡ.

Радий Хәбиров Дүртөйлө ҡалаһында төҙөлгән балалар поликлиникаһында эштәр барышы менән танышты. Объекттың хаҡы 300 миллион һум, әле 37 миллион һумға медицина ҡорамалдары алынған. Шулай ҙа иң мөһиме стеналар түгел, профессиональ кадрҙар тине Радий Хәбиров һәм поликлиниканы табиптар менән тәьмин итеүгә иғтибарҙы арттырырға ҡушты.

Ҡалала шулай уҡ «Башҡортостан ихаталары» программаһы буйынса өс ихата төҙөкләндерелә, ошо маҡсатта 30 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Мәҫәлән, беренсе май урамындағы ихатала майҙанға асфальт ҡатлам һалынған, сүп-сар һауыттары ҡуйылған, майҙансыҡтар яһалған.

Республика етксеһе эш сифатын ыңғай баһаланы һәм ҡалған ике ихатала октябрь аҙағына эште тамамлау бурысын ҡуйҙы. Республика етәксеһе ихаталар ремонтында халыҡ фекеренә таянырға, йорт хужаларының фекерҙәрен иҫәпкә алырға ҡушты.

Дүртөйлө ҡалаһында 31 күп ҡатлы йортта 81 подьезд тәртипкә килтереләсәк. Контракттың суммаһы 17 миллион һумға яҡын. Радий Хәбиров Беренсе май урамындағы ремонт яһалған подьезда булды, халыҡ менән аралашты. Ремонт сифатлы итеп башҡарылған, тине Радий Фәрит улы.

Дүртөйлөнөң Матросов исемендәге паркында ла комплекслы ремонт үткән, ул «Уңайлы ҡала мөхите» программаһы сиктәрендә башҡарыла, майҙанда ағастар ултыртылған, балалар зонаһы эшләнгән. Республика етәксеһе хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең теүәл үтәлеүе, ергә түшәлгән махсус япмаларҙың сифаты менән ҡыҙыҡһынды. Хужалар әйтеүенсә, бында юғары сифатлы япма йәйелгән, балаларға йәрәхәт алыу ҡурҡынысы янамай.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Радий Хәбиров эш сәфәре менән Дүртөйлө районында

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна