Рәсәй Президенты гранты башҡорт балын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелде

Рәсәй Президенты гранты башҡорт балын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелде https://bash.news/news/102485_rsj_prezidenty_granty_bashort_balyn_alaua_m_tereg_jnltelde
07 авг 2019, 22:38

Бөрйән умартасылары Рәсәй Президенты грантына бал ҡорттарының тәбиғилеген һаҡлауға, инә ҡорттарҙы үрсетеүгә тотонған. Грант күләме 1 миллион 325 мең һум тәшкил итә. Күстәр һәм оялар һатып алынған, махсус ер бүленеп, умарталыҡ булдырылған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Район умартасылар ойошмаһы етәксеһе Айытбай Дауытов Өфө ғалимдары менән берлектә Бөрйән бал ҡортоноң таҙа тоҡомло булыуы өсөн көрәшә. Район сигендә урынлашҡан Ырғыҙ, Ҡотан, Мәһәҙи ауылдарында бал ҡорто таҙалығы анализлана. Һайлап алынған ҡорт өлгөләре компьютер аша тикшерелә.

Инә ҡорттар боронғо тәбиғи шарттарға яраҡлы түмәр ояларҙа аталандырыла. Был ысул бал ҡорттары өсөн уңайлы, йылы,хәүефһеҙ ҙә. Грант аҡсаларына алты көслө оя, һәм ете күс һатып алынған. Умарталыҡта бер йыл эсендә йөҙҙән ашыу инә ҡорт сығарылған.

Бөрйән районы сигендә урынлашҡан ауылдарҙа ҡорт генетикаһын көсәйтеү маҡсатында хужалыҡтар инә ҡорттар менән тәьмин ителә. Махсус тикшеренеүҙәр нигеҙендә ҡорт нәҫеле боҙолоу биш проценттан артҡан осраҡта, тоҡомдоң таҙалығы өсөн көрәшеү еңел, ә күрһәткестәр 15-30 процентҡа еткән осраҡта, Бөрйән бал ҡорттрына хәүеф янай. Шуға ла бөрйән умартасылары ҡорт генетикаһын көсәйтеү өсөн бар тырышлығын һала.

Автор: Гүзәл Борханова.

Рәсәй Президенты гранты башҡорт балын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд