Ҡулланыусылар экстремизмы иҫкәртелергә тейеш

Ҡулланыусылар экстремизмы иҫкәртелергә тейеш https://bash.news/news/102487_ullanyusylar_ekstremizmy_ikrtelerg_tejesh

Бөгөн төҙөүселәр һәм торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашыусылар араһында килеп тыуған проблема буйынса парламент тыңлауҙары үтте. Йыш ҡына торлаҡ һатып алып унда йәшәй башлаған граждандарҙан фатирҙағы етешһеҙлектәр тураһында судҡа ялыу килә.

Миҫалға, һуңғы тапҡыр етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә 464 мең һумлыҡ суд ҡарары бар. Бындай суммалар артында ябай ҡулланыусы түгел, ә аралашсы юристар тора, тигән фекерҙә депутаттар. Халыҡ һайланыусылары бындай ҡулланыусылар экстремизмына сик ҡуйыу яҡлы.

Филүс Ишбулатов, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты эксперт советы ағзаһы: “Был намыҫһыҙ юристар милекселәр һәм ойшмалар араһында йөрөп аҡса эшләй. Кеше хоҡуҡтарын бер ваҡытта ла ҡайғыртмай. Төҙөүселәрҙен саманан тыш аҡса алып улар торлаҡҡа хаҡтарҙы ғына арттыра. Һөҙөмтәлә барыбер ябай халыҡ ауырлыҡтар кисерә”.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Ҡулланыусылар экстремизмы иҫкәртелергә тейеш

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество