Баймаҡ районы Ярат ауылы мәктәбе уҡыусылары яңы уҡыу йылын яңыртылған спорт залында ҡаршылай

Баймаҡ районы Ярат ауылы мәктәбе уҡыусылары яңы уҡыу йылын яңыртылған спорт залында ҡаршылай https://bash.news/news/102494_bajma_rajony_yarat_auyly_mktbe_uyusylary_yay_uyu_jylyn_yayrtylan_sport_zalynda_arshylaj
08 авг 2019, 07:40

Объекты төҙөкләндереү эштәре аҙна-ун көндән тамамланасаҡ. Физкультура дәресендә тәү сиратта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү тора.

Яңы иҙән япмаһы ярыштар үткәреү талаптарына яуап бирә. Бинаның шулай уҡ ишек-тәҙрәләре лә яңыртылған. Малай-ҡыҙҙар, тренерҙар, шулай уҡ спорт ҡоролмалары өсөн айырым бүлмәләр ҙә булдырыу ҡаралған.

Ярат ауылы мәктәбе һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан. Кескәйҙәргә ҡышын йылы булһын өсөн ауылдаштар башланғысында балалар баҡсаһының да иҫке тәҙрәләр яңыһына алмаштырыла.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Баймаҡ районы Ярат ауылы мәктәбе уҡыусылары яңы уҡыу йылын яңыртылған спорт залында ҡаршылай

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество