Башҡортостан етәксеһе эш сәфәре менән Саҡмағош районында

Башҡортостан етәксеһе эш сәфәре менән Саҡмағош районында https://bash.news/news/102504_bashortostan_etksee_esh_sfre_menn_samaosh_rajonynda
08 авг 2019, 08:40

Дүртөйлө, Саҡмағош райондары быйыл мул уңыш алырға иҫәп тота, тик ураҡты әле туҡтауһыҙ ҡойған ямғырҙар тотҡарлай. Әммә хужалыҡтар көндөң аяҙайыуына ышана һәм игенде бураларға ваҡытында һалырға иҫәп тота. Бөгөн төбәктә урып-йыйыу эштәре барышы менән Республика етәксеһе лә танышты. Радий Хәбиров ихаталарҙы-подъездарҙы төҙөкләндереү барышын, социаль обьекттар төҙөлөшөн дә тикшерҙе. Дүртөйлөлә яңы балалар поликлинкаһы асылһа, Саҡмағоштың йәш спортсылары тренажер залы көтә. Эш сәфәре хаҡында тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Ураҡ 26 июлдә үк башланған, әммә техника баҫыуға 1-2 сәғәткә, елләткән мәлдә генә инә ала. Комбайндар хатта баҫыу ситендә үк көтөп тора, әммә ямғыр аҙна буйы туҡтамай. Ә уңыш мул, быйыл аграрийҙар техник культуралар майҙанын да арттырған. Ашлыҡ һатыуға ла, малдарҙы ашатыуға ла етә, ә бына бесән хужалыҡ эшселәренә бушлай таратыла.

Республика етәксеһе проблемалар менән ҡыҙыҡһынды, хужалар белдереүенсә, техниканың бер өлөшө иҫкергән, әммә субсидиялар алып парк яңыртыла, былтыр дәүләт ярҙамы менән тоҡомло мал да алынған.

Ураҡ менән бергә төҙөлөш тә бара, Дүртөйлө ҡалаһында ноябрҙә яңы поликлиника асыла, объекттың хаҡы 300 миллион һум, әле заманса медицина ҡоролмалары алынған. Медицина учреждениеһына тағы ла рентген аппараты талап ителә. Иң мөһиме стеналар түгел, профессиональ кадрҙар, тине Радий Хәбиров һәм поликлиниканы табиптар менән тәьмин итеүгә иғтибарҙы арттырырға ҡушты.

Уңайлы мөхит һәр кеше өсөн мөһим, Дүртөйлөлә ихаталарҙы, подъездарҙы, парктарҙы тәртипкә килтереү буйынса программалар уңышлы тормошҡа ашырыла. Радий Хәбиров эш барышында халыҡ фекерен иҫәпкә алырға, ә балалар майҙансыҡтарын төҙөгәндә хәүефһеҙлек мәсьәләһенә иғтибарҙы арттырырға ҡушты. Мәҫәлән, был подъезд әле программаға инмәгән, әммә киләсәктә уны ла төҙөкләндереү мөмкинлеге бар, сөнки эш киләһе йылдарҙа ла дауам итәсәк.

Саҡмағош халҡы ла төҙөкләндереү программаларын күптән көтә, район үҙәгендәге был ихата 20 йыллап ремонт күргәне юҡ. Яҙлы-көҙлө үтеп инерлек түгел, бата-сума йөрөргә тура килә, ти урындағы халыҡ.

Саҡмағоштың йәш спортсылары иһә яңы тренажер залы, үҙ автобусы хаҡында хыяллана, балларҙың хоккей командаһы әле район үҙәгендәге яңы залда шөғөлләнә, улар абруйлы ярыштарҙа еңеү ҙә яулай. Тик тулы ҡеүәткә шөғөлләнеү өсөн, күнекмәләр өсөн тренажер залы етмәй.

Радий Хәбиров республика яғынан ярҙам күрһәтеләсәк тип белдерҙе, ә бына автобусты ҡуртымға алыу отошлораҡ, берҙән был команда өсөн өҫтәм сығымдар, икенсенән, балаларҙың хәүефһеҙлеге өҫтөнөрәк.

Саҡмағош баҫыуҙарында ла эш ҡайнай. Базы хужалығы етәксеһе Вадим Соколов әйтеүенсә, 7 мең гектарҙа иген һәм ҡуҙаҡлы культуралары үҫтерелә. Уңыштың төп өлөшө мал аҙығы өсөн, бында 7 мең баштан ашыу мал бар. Һәр һыйырҙан тәүлегенә 27 лит һөт һауыла, хужалыҡ көн һайын 1 миллион 700 мең һумлыҡ һөт һата. Данлыҡты Бәләбәй сырҙары тап саҡмағош һөтөнән эшләнә. бында бар эш автоматлаштырылған.

Ә бына Саҡмағоштағы һөт заводы эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Республика етәксеһе проблеманы хәл итеү өсөн хужаларҙы инвестиция сәғәтенә саҡырҙы. Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығында алға китеш күҙәтелә, әммә хәл итәһе мәсьәләләр етерлек тине Радий Фәрит улы.

Республика етәксеһе ерле халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырыу бурысын да ҡуйҙы, сөнки төбәктең үҫеше тәү сиратта тормош сифатына бәйле.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостан етәксеһе эш сәфәре менән Саҡмағош районында

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна