Республика етәксеһе эш сәфәре менән Дүртөйлө һәм Саҡмағош райондарында булды

Республика етәксеһе эш сәфәре менән Дүртөйлө һәм Саҡмағош райондарында булды https://bash.news/news/102517_respublika_etksee_esh_sfre_menn_drtjl_m_samaosh_rajondarynda_buldy
08 авг, 10:40

Саҡмағош биҫтәләренең береһендә Радий Хәбиров халыҡ менән осрашты. Кешеләр төҙөк ихата, подъезд һәм юлдар булмауына зарланды. Республика башлығы белдереүенсә, был ихаталар киләһе йыл мотлаҡ «Башҡортостан ихаталары» программаһына индереләсәк. Ул Саҡмағош районы

хакимиәте етәкселегенә халыҡтың подъездарҙы төҙөкләндереүгә бәйле мөрәжәғәттәрен ҡарарға һәм уларҙы киләһе йылға планға индерергә ҡушты.

Республика етәксеһе эш сәфәре менән Дүртөйлө һәм Саҡмағош райондарында булды

Республика етәксеһе эш сәфәре менән Дүртөйлө һәм Саҡмағош райондарында булды

“Беҙ тәртип булған урынды ҡарарға бармайбыҙ. Ҡайһы бер хакимиәт башлыҡтары быға үпкә лә белдерә. Халыҡтың мөрәжәғәтенә ҡолаҡ һалырға кәрәк, етешһеҙлектәр һәр ерҙә бөтөрөлөргә тейеш”, – тине Радий Хәбиров.

Саҡмағош һөтсөлөк заводына ярҙам күрһәтеү һәм етештереүҙе яңыртыу мәсьәләһе тиҙҙән "Инвестиция сәғәте"ндә ҡараласаҡ. Республика етәксеһе Радий Хәбиров, "Край курая", "Честное

коровье", "Сыр сабинский", "Две коровки" тигән брендтар менән продукция сығарған предприятие цехтарын ҡарап сыҡҡандан һуң, ошондай күрһәтмә бирҙе. Завод әле туҡтап тора, хеҙмәткәрҙәр йәй башынан үҙ иҫәбенә ялға ебәрелгән. Район-ара һалым инспекцияһы февралдә Саҡмағош һөтсөлөк заводын бөлгөнлөккә төшкән тип таныу тураһында судҡа ғариза биргәйне. Мартта предприятие бурысын түләп, бөлгөнлөктән ҡотолоп ҡалды.

Юлдаш
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа