Радий Хәбиров республиканың алдынғы төҙөүселәренә юғары наградалар тапшырҙы

Радий Хәбиров республиканың алдынғы төҙөүселәренә юғары наградалар тапшырҙы https://bash.news/news/102541_radij_xbirov_respublikany_aldyny_tselren_yuary_nagradalar_tapshyry

Лайыҡлыларға – дәүләт бүләктәре. Бөгөн Радий Хәбиров республиканың бер төркөм алдынғы төҙөүселәренә юғары наградалар тапшырҙы. “Башҡортостан граждандар проекты” Проект иниституты хеҙмәткәре Әлфиә Сәрүәрова “Салауат Юлаев” ордены менән бүләкләнде. “Милли ҡаһарманыбыҙҙың исеме минең өсөн бик ҡәҙерле. Ул мине тормошомда һәр саҡ оҙатып йөрөй”, тип белдерҙе “Юлдаш” радиоһына биргән интервьюһында Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Радий Хәбиров республиканың алдынғы төҙөүселәренә юғары наградалар тапшырҙы

Радий Хәбиров республиканың алдынғы төҙөүселәренә юғары наградалар тапшырҙы

“Төҙөлөш тармағында ҡатын-ҡыҙҙар күп түгел. Әммә уларһыҙ эш ырамай”, ти Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Резедә Иштуғанова. Бөгөн ул Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы исеменә

лайыҡ булды.

Радий Хәбиров республиканың алдынғы төҙөүселәренә юғары наградалар тапшырҙы

Төҙөлөш бара икән, тимәк тормош ҡайнай, ти Әбйәлил районы Асҡар ауылынан ремонт-төҙөлөш бригадаһы етәксеһе Әҡсән Тутаев. “Фельдшер-акушер төҙөкләндерәбеҙ. Биналарҙы матурлайбыҙ”, - ти Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе.

Радий Хәбиров республиканың алдынғы төҙөүселәренә юғары наградалар тапшырҙы

“Республикала матур йорттар төҙөлә, ҡала һәм ауылдарҙа әллә ҡайҙан ялтырап күренеп торған биналар ҡалҡып сыға. Рәхмәт һеҙгә”, тине тантанала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров республиканың алдынғы төҙөүселәренә юғары наградалар тапшырҙы

Бер нисә сәғәттән Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында төҙөүселәр көнөнә арналған тантаналы концерт башлана. Уның барышында республикалағы иң яҡшы төҙөлөш ойошмаһы, төҙөлөш материалдары етештереү предприятиеһы билдәләнә.

Юлдаш
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд