Радий Хәбиров табиптарға аҡсалата сертификат тапшырҙы

Радий Хәбиров табиптарға аҡсалата сертификат тапшырҙы https://bash.news/news/102560_radij_xbirov_tabiptara_asalata_sertifikat_tapshyry
08 авг 2019, 18:52

Бөгөн Республика Хөкүмәтендә “Сәләмәтлек сәғәте” ултырышы үтте. Унда Башҡортостан етәксеһе Өфө һәм район дауаханаларына эшкә ҡайтҡандарға “Ауыл табибы” программаһы, шулай уҡ тар йүнәлештәге белгестәргә сертификат бирҙе.

Радий Хәбиров табиптарға аҡсалата сертификат тапшырҙы

Анестезиолог, реаниматолог, офтальмолог, терапевт, педиатр һәм башҡа белгестәр 500 мең һәм 1 миллион һумлыҡ матди ярҙам алды. Ултырышта билдәләнеүенсә, һуңғы ваҡытта табиптар бәләкәй ҡалалар һәм ауылдарға эшкә йышыраҡ ҡайта башлаған. Әммә ашығыс ярҙам өлкәһендә кадрҙарға ҡытлыҡ һаҡлана.

Юлдаш
Новости партнеров
Банер уфимская волна