Экспортерҙарҙың транспорт сығымы ҡаплана

Экспортерҙарҙың транспорт сығымы ҡаплана https://bash.news/news/102563_eksporterary_transport_syymy_aplana
08 авг 2019, 19:14

Башҡортостан Хөкүмәте сит илгә тауар һатҡан ойошмаларға ярҙам итә. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты буйынса өс компанияға субсидия бирелгән. Хужалыҡтарҙың береһе Грузияға арыш оно оҙатҡан. Республика транспорт өсөн киткән аҡсаны кире ҡайтарған.

Экспортерҙарҙың транспорт сығымы ҡаплана

Бынан тыш, ойошмалар сит илгә геофизик аппаратура һәм ҡорамалдар, шулай уҡ алюминий иретмәһе экспортлаған. Башҡортостан компаниялары етештергән тауар Гонконг, Ҡатар, Ҡытай, Швейцария, Кипр, Япония һәм Америка Ҡушма Штаттарында тотонола, тип хәбәр итәләр Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан. Экспортерҙарҙың транспорт сығымдары ҡаплау өсөн бюджеттан быйыл 40 миллион һум бүленде.

Юлдаш
Новости партнеров
Банер уфимская волна