Радий Хәбиров төҙөүселәргә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы

Радий Хәбиров төҙөүселәргә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы https://bash.news/news/102576_radij_xbirov_tselrg_yuary_dlt_nagradalary_tapshyry

Хөрмәткә лайыҡлы хеҙмәт. Бөгөн Өфөлә төҙөлөш өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең бер төркөмөнә юғары дәүләт наградалары тапшырылды. Тармаҡ алдынғыларын яҡынлашып килгән һөнәри байрамдары менән Республика етәксеһе тәрбикләне.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, тармаҡ республика иҡтисадының төп нигеҙҙәренең береһе һәм ул республикала 80 мең хеҙмәткәрҙе берләштерә. Төҙөлөш ирҙәр эше тип һаналһа ла оҙаҡ йылдар был өлкәлә эшләп юғары уңыш ҡаҙанған ҡатын-ҡыҙҙар күп. Дамира Ниғмәтуллина ла егерме йылдан ашыу төҙөлөш эшендә.

Тап шундай алдынғы ҡарашлы һөнәр оҫталарының бер төркөмө бөгөн маҡтау грамоталары һәм дәүләт наградалары менән билдәләнде. Улар араһында ябай балта оҫталарынан алып заманса техника менән эш итеүсе хеҙмәткәрҙәр ҙә, етәкселәр ҙә бар. Уларҙың күптәре бар тормошон яратҡан һөнәренә, йорттар төҙөүгә бағышлаған.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, ҡалалар, бар илгә билдәле сәнәғәт предприятиелары бер нисә быуын төҙөүселәр тарихын һаҡлай. Яратҡан урамдарыбыҙ, боронғо йорттар һәм заманса комплекстар, театр, сауҙа үҙәктәре – былар барыһы ла төҙөүселәрҙең тынғыһыҙ хеҙмәт емеше.

Автор: Айнур Кәбиров.

Радий Хәбиров төҙөүселәргә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество