18 медицина хеҙмәткәре социаль ярҙам программалары сертификаттарына эйә булды

18 медицина хеҙмәткәре социаль ярҙам программалары сертификаттарына эйә булды https://bash.news/news/102579_18_medicina_xemtkre_social_yaram_programmalary_sertifikattaryna_ej_buldy
08 авг 2019, 22:47

«Сәләмәтлек сәғәте» видеоселектор кәңәшмәһе барышында документтарҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров тапшырҙы. Матди ярҙамды республика һәм район дауаханаларында эш башлаған анестизиолог,реаниматолог, офтальмолог, терапевт, педиатр һәм гинекологтар алды. Уның күләме 500 меңдән 1 миллион һумға тиклем. Сертификаттар быға тиклем ниндәйҙер сәбәп менән үтәлеше тотҡарланған «Ауыл табибы» һәм яңыраҡ ғәмәлгә ашырыла башлаған «Һирәк белгес» программалары буйынса тапшырлды.

Сәләмәтлек сәғәте кәңәшмәһе барышында һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин 2018 йылдың октябренән төбәктең һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына белгестәр йәлеп итеүҙә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелеүен билдәләне.Төбәктә медицина учреждениеларының матди-техник базаһын яңыртыуға ла ҙур өлөш индерелә. Ауыл ерендә төрлө программалар нигеҙендә фельдшер акушерлыҡ пункттарын төҙөү ҙә дауам итә.

Максим Забелин, Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы: “Өлөшләтә Башҡортостан бюджетынан финансланған һәм 2020 йылға тиклем иҫәпләнгән ауылдарҙың тотороҡло үҫеше программаһы буйынса дүрт фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә. Улар Әбйәлил районы Дәүләт , Ишембай районы Һайран , Ҡалтасы районы Оло Туҡай һәм Күгәрсен районы Теләүембәт ауылдарында урынлашҡан”.

Видеоселектор кәңәшмәһендә йәмәғәтселек иғтибарына «Башҡорт медицина теле» мобиль ҡушымтаһы тәҡдим ителде. Аҡ халатлыларға халыҡ менән аралашыуҙа ярҙам күрһәтеүгә тәғәйенләнгән ҡулайлама Башҡорт дәүләт медицина университеты менән Башҡорт дәүләт Университеты белгестәренең уртаҡ емеше.

Ул бөтөнләй башҡорт телен белмәгән табипҡа төпкөлдәге пациенттар менән уртаҡ тел табырға ярҙам итер тигән фекерҙә белгестәр.

Валентин Павлов, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры: “Минең уйымса был бик файҙалы ҡушымта. Беҙҙең студенттарҙың шул иҫәптән сит ил ст уденттарының тел мөхитен киңәйтергә форсат бирә. Улар тәүге осорҙа гаджеттар ярҙамында аралашһа, артабан пациенттары менән туған телендә лә аңлашыр тип ышанам”.

18 медицина хеҙмәткәре социаль ярҙам программалары сертификаттарына эйә булды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа