Алдынғы төҙөүселәр бүләкләнде

Алдынғы төҙөүселәр бүләкләнде https://bash.news/news/102582_aldyny_tselr_blklnde

Алдынғы төҙөүселәрҙе бүләкләү тантанаһы бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә лә үтте. Үҙ эшенең оҫталарына Республиканың юғары наградаларын Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәиф Әбдрәхимов тапшырҙы.

Тармаҡ вәкилдәре һөнәри байрамын яҡшы кәйеф менән ҡаршылай, сөнки бөтә күрһәткестәр буйынса ла үҫеш күҙәтелә. Тәүге ярты йыллыҡта сафҡа индерелгән торлаҡ майҙаны 13 процентҡа артҡан. Әммә тынысланырға иртәрәк, йыл аҙағына тиклем төҙөлөш күләмен ике тапҡырға арттырыу бурысы тора.

Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусылар менән бәйле проблемаларҙы ла хәл итеү талап ителә. Был тәңгәлдә алға китеш бар, тәүге обьекттар файҙаланыуға тапшырылған да инде. Бынан тыш, йыл аҙағына тиклем 62 социаль обьектты төҙөп мотлаҡ, күләмле төҙөлөштәр республика буйынса, башҡалала бара. Төҙөүселәр үҙҙәре лә тантанаға эш араһында ғына килеүҙәрен йәшермәй, сөнки был тармаҡ һәр ваҡыт сафта булыуҙы талап итә.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Алдынғы төҙөүселәр бүләкләнде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд