Хәйбулла районы Сиҙәм мәктәбе уҡыусылары төбәктә уҙғарыласаҡ роботтар фестиваленә әҙерләнә

Хәйбулла районы Сиҙәм мәктәбе уҡыусылары төбәктә уҙғарыласаҡ роботтар фестиваленә әҙерләнә https://bash.news/news/102587_xjbulla_rajony_sim_mktbe_uyusylary_tbkt_uarylasa_robottar_festivalen_erln
08 авг 2019, 23:07

Мәктәптә информатика предметы төплө өйрәнелә һәм уҡыусылар робот техникаһы түңәрәгендә шөғөлләнә. Уҡытыусыһы Ришат Хөсәйенов тырышлығы менән улар ил кимәлендәге фестивалдәрҙә лә ҡатнаша.

Сиҙәм мәктәбе уҡыусылары өсөн кеҫә телефоны һөйләшеү һәм социаль селтәрҙә ултырыу сараһы ғына түгел. Мобиль телефон ярҙамында улар роботтар менән идара итә. Бәйләнеш блютуз аша. Спорт роботы футбол уйнай, хатта көрәшә белә.

Информатиканы төплө өйрәнгән уҡыусылар киләсәктә мотлаҡ программалаусы булырға теләй. Түңәрәктә утыҙға яҡын бала шөғөлләнә.Улар республика һәм Рәсәй буйынса үткән конкурстар еңеүселәре. Иң һуңғы уңыштары – спорт роботтары араһында Сумо программаһы ярҙамында көрәш ойоштороу. Ғәҙәттә был номинация буйынса ярыш иң күп тамашасы йыя.

Ауылда информатиканы заманса алымдар менән өйрәтеү Ришат Хөсәйенов тырышлығында алып барыла. Уҡытыусы интернетта шәхси сайт булдырып методик алымдары менән бүлешә. Робопром һәм башҡа сараларҙа оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Уҡытыусы белем биреүҙә робот техникаһын ҡулланыу тәжрибәһе менән Халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙа ла сығыш яһай.

Робототоехника балаларҙа техник һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу уятыуы менән дә әһәмиәтле. Сиҙәм мәктәбе уҡыусылары юғары уҡыу йорттарында ла ошо йүнәлештә уҡыуын дауам итә. Роботтар иһә быйыл ноябрҙә Хәйбуллала Урал аръяғы мәктәптәре араһында уҙасаҡ фестивалгә әҙерләнә.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Хәйбулла районы Сиҙәм мәктәбе уҡыусылары төбәктә уҙғарыласаҡ роботтар фестиваленә әҙерләнә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа